Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
13 Сентябрь 2021, 14:15

Тауарҙың күп булыуы менән йәлеп итте

Мөнирә , Илгиз Ҡолмөхәмәтовтар, Ташлыкүл ауылы: Быйыл ҡортсолар өсөн йыл яҡшы килде, йүкә, борҡан (донник) үләненән йыйылған, шулай уҡ саған балын тиҙ алып бөттөләр. Ҡалабыҙҙа бындай йәрминкәләр уҙғарыу традицияға әйләнде, ойошторусыларына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Тауарҙың күп булыуы менән йәлеп итте
Тауарҙың күп булыуы менән йәлеп итте

Шәмбе көнө ҡаланың үҙәк баҙар майҙанында бал йәрминкәһе уҙҙы. Сауҙа нөктәһенә Көйөргәҙе, Күгәрсен, Федоровка, Мәләүез районынан килгәндәр балдың төрлө сорттарын һәм умартасылыҡ продукцияһын тәҡдим итте. Йәрминкә ҡунаҡтары балдың төрлө сорттарын тәмләп ҡараны, етештереүселәр менән аралаша, һөнәр нескәлектәренә төшөнә, ә иң мөһиме - ҡышҡылыҡҡа бал запасы туплай алды. Балдан тыш, умартасылыҡтың башҡа продукттары:  сәскә һеркәһе, перга, прополис һатып алыу мөмкинлеге булды. Татлы ризыҡ менән сауҙа итеүселәр һүҙенә ҡарағанда, һатып алыусылар араһында йүкә балы иң популяр һанала, уның тәме һәм дауалау үҙенсәлектәре һәр кемгә билдәле.

Үҙәк баҙар майҙанында ҡаланың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре йәрминкәгә килгән ҡунаҡтарға бай концерт программаһы әҙерләгәйне. Концерт программаһы номерҙары араһында умартасылар, йәш балаларҙың рәсемдәре араһында төрлө конкурс саралары уҙғарылды. Йәрминкә аҙағында уларҙы ҡотлау тантанаһы башланды. Иң сифатлы бал тигән номинацияла тәүге өс урында умартасылар Радик Тажетдинов, Нәфис Ғүмәров һәм Камил Исмәғилев билдәләнде.Ҡортсолоҡта оҫталыҡта Ринат Тимерәев, Илгиз Ҡолмөхәмәтов, Владимир Гавриловҡа етеүсе булманы. Еңеүселәргә һәммәһенә ҡиммәтле сертификаттар тапшырылды. Иң бай ассортименты менән айырылып торған Ришат Сәғитовҡа үҙәк баҙар директоры Марат Вәлиев ҡиммәтле приз тапшырҙы. “Умартасылыҡта ғаилә традицияларын һаҡлау”, “Иң йәш ҡортсо”, “Умартасы - ҡатын-ҡыҙ”, шулай уҡ “Тармаҡта оҙаҡ эшләгән ветеран” номинацияһында еңгән ҡатнашсыға “Путь Октября” гәзите редакцияһы алты йыллыҡҡа бушлай гәзиткә яҙҙырҙы. Рәсем конкурсында еңгән уҡыусыларға мәктәп кәрәк-яраҡтары бүләк ителде.

 

Мөнирә , Илгиз Ҡолмөхәмәтовтар, Ташлыкүл ауылы:

  • Быйыл ҡортсолар өсөн йыл яҡшы килде, йүкә, борҡан (донник) үләненән йыйылған, шулай уҡ саған балын тиҙ алып бөттөләр. Ҡалабыҙҙа бындай йәрминкәләр уҙғарыу традицияға әйләнде, ойошторусыларына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Тауарҙың күп булыуы менән йәлеп итте
Тауарҙың күп булыуы менән йәлеп итте
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: