Конгэк
-2 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
14 Сентябрь 2021, 09:15

Күңел бөтөнлөгө - үҙе ҙур бәхет

Тарих һәм кеше... Бер-береһенән айырып ҡарап булмаған төшөнсәләр былар. Һыртлан ауылында йәшәгән Сабир Абдуллиндың тормош сәхифәһен тыңлағандан һуң ошо хәҡиҡәткә тағы бер инандым. Һәр кешенең ғүмере - үҙе тарих. Уның эсендә ауылдың да, райондың да, ғаиләнең дә үткәнен күҙ алдына килтерәһең.

Күңел бөтөнлөгө - үҙе ҙур бәхет
Күңел бөтөнлөгө - үҙе ҙур бәхет

Сабир Хәбир улы бөгөн тораҡ пункттың иң оло кешеләренең береһе һанала.

-Ауылдың иң оло ағинәйе Фатима Латипова быйыл йәй 96 йәшендә гүр эйәһе булды. Ошоғаса зирәк аҡылында ине, өлкән йәштә лә һаулығына зарланманы ул. Бер кемгә лә бәләһен һалманы. Әүҙемлеге, сәләмәтлеге оҙаҡ йылдарға етеүендә уның көнсөллөк, асыу, күралмаусанлыҡ кеүек сифаттарҙан азат булыуына, һәр ваҡыт изге уй йөрөтөүенә бәйлелер, тип уйлайым, - ти аҡһаҡал.

Тормоштоң әсеһен-сөсөһөн күп татып та, ошо йәшкә етеүенең сәбәбен мәҡәләбеҙ геройы һәр ваҡыт тыныс уйҙа булыуынан күрә.

-Күңелең тыныс булһын өсөн иһә дөрөҫ йәшәргә кәрәк. Әммә теге заманда ла, быныһында ла тура юлдан барыу еңел түгел ине. Шайтан ҡотортҡан нәмәләр күп булды. Әммә мин атай-олатайҙар васыятын үтәргә тырыштым: урлашмаҫҡа, бәндә өлөшөнә төшмәҫкә, хәләл ризыҡ ҡына ашарға, кеше менән матур мөнәсәбәт ҡорорға! Шөкөр, ошо йәшкә етеп, үкенерлек ғәмәлдәрем юҡ. Тыныс ятып йоҡлайым, күңелгә тынғыһыҙлыҡ биргән уйҙарым юҡ - ошо бәхет түгелме ни? - ти ул.

Сабир Хәбир улы - күп балалы атай. Йәмәғәте Хәбәйбә менән туғыҙ балаға ғүмер биргәндәр. Тормош иптәшенең баҡыйлыҡҡа күсеүенә байтаҡ йылдар үтһә лә, Сабир Абдуллин үҙен яңғыҙ тоймай. Балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең изгелеген, терәк-таянысын, уныһынан да бигерәк – уларға кәрәклеген тойоп йәшәй.

-Мунса ла индерәләр, кейендерәләр ҙә, йыуындыралар ҙа. Күҙ күрмәүе генә ҡыйын ине, хәҙер уныһына ла өйрәндем. Бар хәжәт өсөн өйҙә шарттар бар, кеше мөмкинлеге шул тиклем сикһеҙ икән, барыһына ла күнектем. Бер аҙ кәрем бөтөп китһә, балаларға барып ятам. Тормошома зарланмайым, - ти Сабир Хәбир улы.

Үкенерлек түгел аҡһаҡалдың үткәне. Заманында бынамын итеп донъя көткән, балалар үҫтергән ир икәнлеген ҙур төҙөк йортонан, ҡура-ҡаралтыларынан күренә. Һәр урында уңған хужа, егәрле хужабикә ҡулының йылыһы һиҙелә. Бөтә нәмә төҙөк, үҙ урынында. Сабир Абдуллин колхоз рәйесе урынбаҫары ла, ревизор ҙа, бригадир ҙа, иҫәпсе лә булып эшләй. Ҡайҙа ғына, ниндәй генә вазифала хеҙмәт итһә лә, кешенең шәхесенә ҡарамай, ғәҙел һәм намыҫлы булып ҡала. Ошо кешелек сифаттары уға күңел бөтөнлөгөн һаҡларға булышлыҡ итә. Уйҙары тыныс булыуы, үҙ-үҙе, эргә-тирәһендәгеләр менән гармонияла йәшәүе уға ғүмер йылдарын өҫтәй ҙә инде...

Күңел бөтөнлөгө - үҙе ҙур бәхет
Күңел бөтөнлөгө - үҙе ҙур бәхет
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: