Конгэк
+19 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
17 Октябрь 2021, 11:00

Минең атайым - минең батырым

Донъялағы бар атайҙан Яҡшыһыңдыр, һин атай... Атайым менән ғорурланам, мин сикһеҙ бәхетлемен!!! Беҙгә һин кәрәк, атайым, бик кәрәк.

Минең атайым - минең батырым
Минең атайым - минең батырым

Донъялағы бар атайҙан
Яҡшыһыңдыр, һин атай...

Атайым - беҙҙең ғаиләнең хужаһы, тотҡаһы! Ул әсәйемә, миңә терәк.
Минең атайым Ишембай районы Әптек ауылында күп балалы ғаиләлә донъяға килгән. Шуға күрә бәләкәйҙән туған йәнле, түҙемле, мәрхәмәтле, иғтибарлы, хеҙмәт һөйөүсән булып үҫә.
Атайым  төҙөүсе. Алтын ҡуллы, үтә лә һиҙгер, нескә күңелле, үҙ һөнәренең оҫтаһы ул. Атайымдың ҡулынан килмәгән эше юҡ. Уны хөрмәт итеп «Алтын ҡуллы Тимерғәли» тиҙәр. Беҙ уның менән һәр ваҡыт бергә. Мине төрлө түңәрәктәргә, конкурстарға, сығыштарға йөрөтә. Бөтә уңыштарымда, еңеүҙәремдә атайымдың өлөшө бик ҙур.
Өй эштәрен дә бергә башҡарабыҙ. Ул үҙе башҡарған эштәргә мине ылыҡтыра. Әлеге көндә атайым йорт ремонтлай, мин уға ярҙам итәм. Ҡайҙа тотошоп, ҡайҙа кәрәкле әйберен биреп торам. “Һин, минең оло ярҙамсым”!- тип маҡтай ул мине.

Атайым баҡса тултырып еләк-емешен дә үҫтерә. Ҡышҡылыҡҡа тәмле-тәмле ҡайнатмалар, салаттар әҙерләй. Уның бешергән аштары телеңде йоторлоҡ. Эйе, эйе был минең атайым тураһында... Сөнки, әсәйем ауырып түшәккә ятҡас, бөтә эш тә атайымдың иңенә төштө. Шулай уҡ әсәйемде ҡарау һәм тәрбиәләү ҙә. Атайыма ҡарап мин һоҡланам һәм уның менән ғорурланам. Ул тиклем сабырлыҡты, түҙемлекте ҡайҙан ала икән!?

Атайыма арнап шиғри юлдар ҙа яҙҙым:

Минең атайым изге кеше,
Һоҡланғыс, көслө рухлы.
Яратмаҫҡа мөмкин түгел,
Бар яҡлап та булдыҡлы.
Тәртипле лә, аҡыллы ла,
Шәптәрҙең ул иң шәбе.
Ҡулынан алтын ҡойола,
Ғорурлығы ғаиләнең.
Атай мине бик ярата,
Күп һөнәргә өйрәтә
Бына шулай эшләйҙәр,- тип
Һәр эште лә аңлата.
Атайҙар булһа донъяла,
Бына шундай булһындар.
Балалары өсөн һәр саҡ
Үрнәк булып торһондар.
- Алма ағасынан йыраҡ төшмәй,- ти өләсәйем.

- Һин дә атайыңа оҡшаһаң, шәп егет булырһың. Кеше эшкә, хеҙмәткә ата-әсәһенән өйрәнә.
Ошондай атайым булыуына, мин сикһеҙ бәхетлемен!!! Беҙгә һин кәрәк, атайым, бик кәрәк.

Самир Латипов, Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһының 2-се класс уҡыусыһы.

Минең атайым - минең батырым
Минең атайым - минең батырым
Автор:Мархаба Гайнетдинова
Читайте нас: