ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
29 Октябрь 2021, 17:25

Гөлсирәбеҙҙән уңдыҡ

Йәшәйешебеҙҙең бизмәненең матди яғы көндән-көн ауырыраҡ тарта барған осорҙа, кешенең рухын байытыу мөһим мәсьәлә булып ҡала килә. Был йәһәттән беҙ уңдыҡ. Һабаш ауылы ҡыҙы, Үрге Юлдаш ауылы килене Гөлсирә Ғиниәт ҡыҙы Ишһарина 2007 йылдан алып мәҙәниәт йортобоҙҙо етәкләй. Ул эшләгән осорҙа сәнғәт усағы күркәмләнде. Һәр бер байрамды матур итеп үткәрә. Залдың, сәхнәнең биҙәлешенә ҙур иғтибар бирә. Мәҫәлән, яңы йыл тамашаһында мәҙәниәт усағы төрлө төҫтәр менән балҡып тора. Һәр йыл ауылдаштарыбыҙ менән район һабан туйҙарында ҡатнаша, Салауат исемендәге хужалыҡ өсөн йыр-бейеүҙәр менән сығыш яһай. Ниндәй байрам булмаһын, килгән тамашасылар өсөн сәй эсеү ойоштора.

Гөлсирәбеҙҙән уңдыҡ
Гөлсирәбеҙҙән уңдыҡ

Йәшәйешебеҙҙең бизмәненең матди яғы көндән-көн ауырыраҡ тарта барған осорҙа, кешенең рухын байытыу мөһим мәсьәлә булып ҡала килә. Был йәһәттән беҙ  уңдыҡ. Һабаш ауылы ҡыҙы, Үрге Юлдаш ауылы килене Гөлсирә Ғиниәт ҡыҙы Ишһарина 2007 йылдан алып мәҙәниәт йортобоҙҙо  етәкләй. Ул эшләгән осорҙа сәнғәт усағы  күркәмләнде. Һәр бер байрамды матур итеп үткәрә. Залдың, сәхнәнең биҙәлешенә ҙур иғтибар бирә. Мәҫәлән, яңы йыл тамашаһында мәҙәниәт усағы төрлө төҫтәр менән балҡып тора. Һәр йыл ауылдаштарыбыҙ менән район һабан туйҙарында ҡатнаша, Салауат исемендәге хужалыҡ өсөн йыр-бейеүҙәр менән  сығыш яһай. Ниндәй байрам булмаһын, килгән тамашасылар өсөн сәй эсеү ойоштора. Әүҙем яҡташыбыҙ райондың “Мәләүез ынйылары” фольклор ансамбле ағзаһы ла, район, республика кимәлендәге төрлө сараларҙа әүҙем сығыш яһай. Йыр-моңға маһир ауылдаштарыбыҙҙы, мәктәп уҡыусыларын төрлө конкурстарға әҙерләп, призлы урындар алалар. Һәммәһенең йөрәгенә юл таба алған, дәртләнеп, илһамланып эшләп йөрөгән  Гөлсирә Ғиниәт ҡыҙына рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Гөлдәр ДАУЫТОВА.

Гөлсирәбеҙҙән уңдыҡ
Гөлсирәбеҙҙән уңдыҡ
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: