Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
16 Ноябрь 2021, 11:35

Фәнилә Богомолова: “Хазина - аяҡ аҫтында

Тормош юлығыҙҙағы кешеләргә рәхмәтегеҙҙе йыш белдерәһегеҙме? Гәзитебеҙҙең бөгөнгө геройы дарыу үләндәре менән дауалаусы, тәбиғәт һаҡсыһы, алсаҡ күңелле, кешеләргә иғтибарлы Фәнилә Богомолова менән әңгәмәбеҙ күптәргә белем бирер, йәшәү сатҡыһы, өмөт уятыр, тигән маҡсаттамын. - Фәнилә Фәнил ҡыҙы, үләндәр менән шөғөлләнгәндәрҙе, ни эшләптер, олораҡ йәштәге кеше һымағыраҡ күҙ алдына баҫтыра инем. - Замана фитотерапевтары икенсерәк. (Көлә). Мин бала саҡтан үләндәр менән ҡыҙыҡһындым. Тыумышым менән Ергәндән. 1993 йылда Салауат медицина колледжын тамамлағас, ике тиҫтә ғүмеремде фельдшер һөнәренә - традицион медицинаға бағышланым. Нефтеюганск ҡалаһында ла бер аҙ йәшәп алдыҡ. Дарыу үләндәренә Башҡортостандан бай ер юҡ, тигән һығымтаға килдем. Әҙәм балаһы тәбиғәтте яратҡандан ғына, был шөғөлдө үҙ итмәй, ауырып киткән саҡта күптәр халыҡ медицинаһын иҫкә төшөрә. Өлкән улыбыҙ ҙа бала саҡта бронхиаль астма менән сирләне, инвалидлыҡ төркөмө бирергә тәҡдим иттеләр хатта. Шул ваҡытта мин традицион булмаған медицина менән шөғөлләнә башланым, методикаһын өйрәндем. Сир ботлап керә, мыҫҡаллап сыға, тиҙәр. Аллаға шөкөр, улыбыҙ төҙәлде, яңыраҡ ейәнем Богдандың яҡты донъяға килеү шатлығын кисерҙек. Ниндәй үләндәр йыяһығыҙ, ҡайһыларына өҫтөнлөк бирәһегеҙ? Башҡортостанда үҫкән бар үләндәрҙе йыям. Күп мәғлүмәтте медицина фәндәре докторы Михаил Гордеев өйрәтте. Дарыу үләндәре йыйыуҙа волонтерлыҡта ҡатнашам (әйткәндәй, йәйге осорҙа Нуриман районында уҙғарылған был сарала теләге булған һәр кем үҙ өлөшөн индерә ала). Белемемде камиллаштырыу өҫтөндә һәр ваҡыт эшләйем. Яратып йыйған үләндәрем бар. Ковид сире ваҡытында вирустарға ҡаршы дауалау, ҡанды шыйығайтыу эффекты булған үләндәр тураһында мәғлүмәтте гәзит уҡыусыларға әйтеп үтер инем.

Фәнилә Богомолова: “Хазина - аяҡ аҫтында
Фәнилә Богомолова: “Хазина - аяҡ аҫтында

Тормош юлығыҙҙағы кешеләргә рәхмәтегеҙҙе йыш белдерәһегеҙме? Гәзитебеҙҙең бөгөнгө геройы  дарыу үләндәре менән дауалаусы, тәбиғәт һаҡсыһы, алсаҡ күңелле, кешеләргә иғтибарлы Фәнилә Богомолова менән  әңгәмәбеҙ  күптәргә белем бирер, йәшәү сатҡыһы, өмөт уятыр, тигән маҡсаттамын.

 

 - Фәнилә Фәнил ҡыҙы, үләндәр менән шөғөлләнгәндәрҙе, ни эшләптер, олораҡ йәштәге кеше һымағыраҡ күҙ алдына баҫтыра инем.

- Замана фитотерапевтары икенсерәк. (Көлә).  Мин бала саҡтан үләндәр менән ҡыҙыҡһындым. Тыумышым менән Ергәндән. 1993 йылда Салауат медицина колледжын тамамлағас, ике тиҫтә ғүмеремде фельдшер һөнәренә - традицион медицинаға бағышланым. Нефтеюганск ҡалаһында ла бер аҙ йәшәп алдыҡ.  Дарыу үләндәренә Башҡортостандан бай ер юҡ, тигән һығымтаға килдем.

Әҙәм балаһы тәбиғәтте яратҡандан ғына, был шөғөлдө үҙ итмәй, ауырып киткән саҡта күптәр халыҡ медицинаһын иҫкә

  • дауалау, ҡанды шыйығайтыу эффекты булған үләндәр тураһында мәғлүмәтте гәзит уҡыусыларға әйтеп үтер инем.

Вируслы сирҙең тәүге билдәләрен һиҙгәс тә (ул ковид ҡына булмаҫҡа ла мөмкин), һырғанаҡ япраҡтарын, шулай уҡ ботаҡтарын ҡайнатып эсеү файҙалы. Әлбиттә,  врачтар тәҡдим иткән медикаменттарҙы инҡар итергә кәрәкмәй. Үләндәрҙә бер юлы дүрт-биш төр сирҙе дауалау көсө  бар, файҙаһы күптән иҫбат ителгән, йылдар буйына һыналған. Уларҙа 400-гә яҡын төрлө биологик актив матдәләр тупланған. Елһенеүгә ҡаршы, ҡанды шыйығайтыу көсөнә эйә еркәүек үләнен хатта сәй итеп ҡайнатып эсергә лә мөмкин.

  • Сабынлыҡта беҙ йыш ҡына усаҡта ҡайнаған сәйнүккә хуш еҫле еркәүек (таволга) сәскәһен төшөрөп ебәрә торғайныҡ. Бал еҫтәре аңҡып тора ине сәйҙән. Бесән сапҡан мәлдәрҙе иҫкә төшөрҙөгөҙ...
  • Байлыҡ - аяҡ аҫтында ул. Әгәр еркәүекте дарыу булараҡ сит ҡитғаларға экспортҡа ебәрһәләр, беҙҙең ил байыр ине, тип уйлайым.

Ҡайын бәшмәгенең (чага) дауалау үҙенсәлектәре барлығын Новосибирск ғилми тикшеренеү институтында иҫбат иттеләр. Ашҡаҙан сирҙәрен  дә дауалай ул.

Шулай уҡ вирустарға ҡаршы тороу һәләтенә ылыҫлы ағастарҙың энәләре, бактерияларға ҡаршы һары мәтрүшкә үләне эйә. Мин һеҙгә иң көслө үләндәр исемлеген атап үттем. Үҙегеҙҙе төҙәлә башлаған һымаҡ тойһағыҙ ҙа эсеүҙе дауам итергә кәрәк. Дегәнәк тамыры төнәтмәһе бауыр, бөйөрҙө таҙарта. Тамырын  ҡаҙып киптерәбеҙ ҙә, йәшелсә ашы бешергәндә йыш ҡушабыҙ.

Расторопша (сәнскәк шайтан таяғына оҡшаған үҫемлек) орлоғо ла бик файҙалы, уны тарттырып көнөнә өс тапҡыр ҡалаҡлап эсергә кәрәк. Дауаланыр алдынан врач менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.

Ирем Валерий Александрович, улдарым Булат менән Артур  - минең фекерҙәштәрем, ярҙамсыларым. Тәбиғәт әҙәм балаһына һәр саҡ ҡулын һуҙа, шуға ла беҙ ҙә Ер-әсәне һаҡларға тейешбеҙ. Ғаиләбеҙ менән ҡуртымға бер ер гектар ер алдыҡ, унда төрлө ағастар ултыртабыҙ.

  • Кәңәштәрегеҙ өсөн рәхмәт, Фәнилә Фәнил ҡыҙы, эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.
Фәнилә Богомолова: “Хазина - аяҡ аҫтында
Фәнилә Богомолова: “Хазина - аяҡ аҫтында
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: