Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
29 Ноябрь 2021, 12:05

Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух

Тик ыңғай энергетика бөркөлөп торған кешеләр менән аралашҡанығыҙ бармы? Уларға күңел үҙе тартыла, ойоштороу һәләте лә күктән бирелгән кеүек уларға. Яҡындарына ғына түгел, таныш булмағандарға ла ярҙам ҡулы һуҙыу - уларҙың ғәҙәте. Миҫалға, Восточный ауылында йәшәгән Зәйлә Әлмөхәмәтова ауылдаштарын скандинав таяғы менән йөрөүгә әүҙемләштергән.

Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух
Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух

Тик ыңғай энергетика бөркөлөп торған кешеләр менән аралашҡанығыҙ бармы? Уларға күңел үҙе тартыла,  ойоштороу һәләте лә күктән бирелгән кеүек уларға.  Яҡындарына ғына түгел, таныш булмағандарға ла ярҙам ҡулы һуҙыу - уларҙың ғәҙәте.

Миҫалға, Восточный ауылында йәшәгән Зәйлә Әлмөхәмәтова ауылдаштарын скандинав таяғы менән йөрөүгә әүҙемләштергән.

Ысынлап та , мал-тыуарҙы ҡарап ингәс, күптәр диванға ҡырын ятып, шул “ҡара йәшник”кә төбәлә, кәрәкме-кәрәк түгелме ундағы мәғлүмәтте үҙенә һеңдерә, кино артистарының тормошо менән йәшәй башлай. Үҙебеҙгә бүләк итеп бирелгән ғүмеребеҙҙе заяға уҙғарабыҙ. Бер уйлаһаң, ауылда әллә ни шөғөл дә юҡ һымаҡ. Ә Зәйлә апай уҡыусы балаларҙан алып өлкәндәргә тиклем сәләмәт тормош юлына баҫтырған. Башта үҙе башҡаларға өлгө күрһәткән. Ауылдаштарына өгөт-нәсихәт тә кәрәк булмаған. Бөгөн сәләмәт юлға баҫҡан востоктар 10 километрға яҡын юл үтә. Саф һауала йөрөп ҡайтҡандан һуң, кәйеф тә күтәрелә, шул уҡ ваҡытта үҙ-ара аралашыуҙан кинәнес алаһың.

  Афарин, Зәйлә Рафиҡ ҡыҙы!

Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух
Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: