Конгэк
+18 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
17 Декабрь 2021, 12:25

Бар юлдар ҙа ЗАГС-ҡа илтә

Билдәле булыуынса, 1917 йылдың 18 декабрендә РСФСР Халыҡ Комиссарҙары Советының “Граждандар никахы, балалар һәм гражданлыҡ торошо акттары кенәгәләре алып барыу тураһында” декреты баҫыла. ЗАГС органдары системаһы шулай барлыҡҡа килә. Нәҡ ошо көндә улар үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан Мәләүез районы һәм ҡалаһының ЗАГС бүлеге начальнигы Лилиә Менчикова менән әңгәмәләшәбеҙ.

Бар юлдар ҙа ЗАГС-ҡа илтә
Бар юлдар ҙа ЗАГС-ҡа илтә

Билдәле булыуынса, 1917 йылдың 18 декабрендә РСФСР Халыҡ Комиссарҙары Советының “Граждандар никахы, балалар һәм гражданлыҡ торошо акттары кенәгәләре алып барыу тураһында” декреты баҫыла. ЗАГС органдары системаһы шулай барлыҡҡа килә. Нәҡ ошо көндә улар үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан Мәләүез районы һәм ҡалаһының ЗАГС бүлеге начальнигы Лилиә Менчикова менән әңгәмәләшәбеҙ.

- ЗАГС хеҙмәткәре һөнәре - уникаль, көн һайын беҙ кеше тормошондағы ваҡиғалар менән осрашабыҙ.

  • . Һәр кеше ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла гражданлыҡ торошо акттарын теркәү органы бүлегенә мөрәжәғәт итә. Йыш ҡына шатлыҡлы мәлдәрҙә: никахлашыуҙы тантаналы теркәгәндә йәки сабый тыуғанда. Бынан тыш, ЗАГС бүлегендә граждандар исем алмаштырыуҙы, атайлыҡты билдәләүҙе, уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алыуҙы, никахты тарҡатыуҙы, ҡабаттан бирелгән документтарҙы (улар юғалған, йәки боҙолған осраҡта) һәм белешмәләрҙе теркәй алалар. Шулай ҙа яңы ғаилә ҡороуҙы теркәү - иң әһәмиәтлеһе, тантаналы, күңеллеһе булып ҡала, кешеләр беҙҙең эште нәҡ шуның менән бәйләй.

Эшебеҙҙә хеҙмәт архивы алып барыу айырым урын алып тора. Ул 1928 йылдан алып гражданлыҡ торошо акттарын теркәү тураһындағы ҡағыҙ вариантындағы мәғлүмәтте һаҡлай ала. 2018 йылға тиклемге ҡағыҙҙа һаҡланған барлыҡ ҡиммәтле мәғлүмәт электрон базаға индерелде. Уларҙы ЗАГС бүлеге хеҙмәттәшлек иткән Пенсия фонды, һалым инспекцияһы, хәрби комиссариат, социаль яҡлау бүлеге, социаль страховкалау фонды, опека,  статистика бүлектәре, хоҡуҡ һаҡлау ойошмалары ҡуллана. Берҙәм гражданлыҡ хәле акттарын теркәү реестрынан кәрәкле мәғлүмәтте дәүләт хеҙмәттәре порталы аша һәр кем ала ала. Ғаилә ҡорорға теләгән йәш парҙар ҙа ғаризаны дәүләт хеҙмәттәренә барып яҙа. Куар-код (QR -код) ҡуйылған таныҡлыҡтар тапшырабыҙ. Киләсәктә күпселек эштәрҙе электрон формаға күсерергә ниәтләйбеҙ.

Шатлыҡлы һәм бәхетле сәбәптәр буйынса ғына түгел, ауыр хәлгә тарыған кешеләр менән дә осрашырға, уларҙы тыңларға, кәңәш бирергә тура килә. Белгес кенә түгел, бәлки, башҡаларҙың хәленә инә белгән иғтибарлы кеше булыу кәрәк. Был сифаттарға коллегаларым: баш белгес - эксперт  Светлана Сәғәҙиева, Елена Кобелькова, Ольга Ярославцева, Эльвира Исмәғилева эйә. Районда үткәрелгән күп тантаналы сараларҙа ҡатнашып, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға айырым иғтибар бирәбеҙ. Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә райондың иң яҡшы парҙарын, юбилярҙарҙы хөрмәтләү айырым урын алып тора. Бергә оҙон, әммә сикһеҙ бәхетле оҙон ғүмер юлы үткән парҙарға күпме иғтибар һәм күңел йылыһы бүләк иттек. Бер генә алтын һәм гәүһәр туйҙы ла  иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа тырышабыҙ.

ЗАГС бүлегенең ғәҙәти эш көндәренең бер аҙ статистика мәғлүмәттәренә туҡталам. Ағымдағы йылдың декабренә 626 бала яҡты донъяға килгән, 444 никах теркәлде. Беҙ район-ҡала тормошо йылъяҙмаһын булдырабыҙ һәм һаҡлайбыҙ.  Был күркәм байрамда барыһына ныҡлы сәләмәтлек, ижади хеҙмәттән, һөҙөмтәнән шатлыҡ алып, ғаиләләренә, туғандары менән бергә именлектә йәшәүҙәрен теләйем.

Бар юлдар ҙа ЗАГС-ҡа илтә
Бар юлдар ҙа ЗАГС-ҡа илтә
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: