Конгэк
+26 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
27 Декабрь 2021, 14:55

“Көнгәк” һылыуҡайы конкурсы еңеүсеһе билдәле

Йыл тамамланыуға һанаулы көндәр ҡалды, ә беҙгә, редакция хеҙмәткәрҙәренә, социаль селтәрҙә алып барған конкурсыбыҙға йомғаҡ яһау ваҡыты етте. Иң беренсенән, конкурсанттарыбыҙ өсөн тауыш биргән, уларҙың еңеүе өсөн бар ваҡытын йәлләмәгән әүҙем дуҫтарыбыҙға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Үгеҙ йылында бар мәшәҡәттәр, борсолоуҙарығыҙ тороп ҡалһын, юлбарыҫ йылында һеҙгә тик яҡшы теләктәр юллайбыҙ!

“Көнгәк” һылыуҡайы он-лайн конкурсында һылыу ҙа, һөйөкөмлө лә, рухлы ла ҡыҙҙарыбыҙ: Ынйы Маликова, Эвелина Бикташева, Гөлсиә Кинйәбулатова, Рәйлә Смакова, Ригина Мәхмүтова еңеүгә дәғүә итте. Улар уҡыуҙа ла алдынғылыҡты бирмәй, төрлө ижади конкурстарҙа, мәктәп тормошонда ла әүҙем ҡатнаша, атай-әсәйҙәренә ҙур ярҙамсы. Ҡыҙҙарыбыҙҙың һәр береһе еңеүгә лайыҡ! Шулай ҙа күмәк тауыш менән иң-иңдәр билдәләнде, ул - Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы гимназиняның 7-се класс уҡыусыһы Ынйы Маликова. Өс аҙна тирәһе “Көнгәк” гәзите төркөмөндә һылыуҡай өсөн  975 көйәрмән  үҙ тауышын бирҙе. Һуңғы ял көндәре бигерәк “ҡыҙыу” барҙы. Унан аҙға ғына ҡалышып Эвелина Бикташева - 876, Гөлсиә Кинйәбулатова - 97, Рәйлә Смакова- 159, Ригина Мәхмүтова 183 тауыш йыйҙы. Ҡыҙҙар, Яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотлап, һәммәгеҙгә лә Ҡыш бабай редакцияла  бүләктәр ҡалдырып китте! Һәммәгеҙгә лә киләсәктә иҫәнлек-һаулыҡ, уҡыуҙарығыҙҙа уңыштар, алдығыҙға ҡуйған изге хыялдарығыҙҙың тормошҡа ашыуын теләйбеҙ!

“Көнгәк”тәр.

“Көнгәк” һылыуҡайы конкурсы еңеүсеһе билдәле
“Көнгәк” һылыуҡайы конкурсы еңеүсеһе билдәле
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: