Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
1 Ғинуар 2022, 15:40

Барыһы ла алда әле

Медицина хеҙмәткәре, актриса, йырсы, һөйөклө әсәй, ҡәҙерле бейем... Кем тип кенә атаһаң да яңғылышмаҫһың Фәрҙәнә Иманғолованы. Изге әсә лә ул, гүзәл эшсе лә, Тыуған иленә, халҡына йәм биреүсе, йән биреүсе Ватанға, тип тә өҫтәге килә был маҡтау һүҙҙәренә. Ғинуар башында үҙенең юбилейын билдәләгән Фәрзәнә Закир ҡыҙы тыумышы менән Күгәрсен районы Хоҙайбирҙе ауылынан булһа ла, Сибай медицина училищеһы йылдарын иҫәпкә алмағанда, ғүмере буйы Мәләүез ерендә һаулыҡ һаҡлау үҙәгендә эшләне. Хеҙмәт юлын ул Мәләүез районының үҙәк дауаханаһында башлаған. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ҡаланың спорт һарайында ун йыл медсестра булды, бөтәһе 45 йыл ғүмерен кешеләрҙең һаулығын нығытыуға бағышланы.

Барыһы ла алда әле
Барыһы ла алда әле

Медицина хеҙмәткәре, актриса, йырсы, һөйөклө әсәй, ҡәҙерле бейем... Кем тип кенә атаһаң да яңғылышмаҫһың Фәрҙәнә Иманғолованы. Изге әсә лә ул, гүзәл эшсе лә, Тыуған иленә, халҡына йәм биреүсе, йән биреүсе Ватанға, тип тә өҫтәге килә был маҡтау һүҙҙәренә.

        Ғинуар башында үҙенең юбилейын билдәләгән Фәрзәнә Закир ҡыҙы тыумышы менән Күгәрсен районы Хоҙайбирҙе ауылынан булһа ла, Сибай медицина училищеһы йылдарын иҫәпкә алмағанда, ғүмере буйы Мәләүез ерендә һаулыҡ һаҡлау үҙәгендә эшләне. Хеҙмәт юлын ул Мәләүез районының үҙәк дауаханаһында башлаған. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ҡаланың спорт һарайында ун йыл медсестра булды, бөтәһе 45 йыл  ғүмерен кешеләрҙең һаулығын нығытыуға бағышланы.

        Әлеге ваҡытта ла Фәрзәнә апай өйҙә тик кенә ултырмай. Тынғыһыҙ һөнәр эйәһе ханым  берҙән-бер улы Нуриман менән килене Гөлфирәгә оло терәк булып, ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләүҙә әүҙем ҡатнаша. Өҫтәүенә,  инде егерме биш йыллап ҡала мәҙәниәт һарайында “Райхан” татар ансамблендә - йырсы, “Мәләүз таңдары”әҙәби берекмәһендә - шағирә, “Дуҫлыҡ” халыҡ театр-студияһында сығыш яһай. Сағыу образдар тыуҙырып, сәхнәлә үҙен ысын актриса итеп иҫбат итеүенә лә тиҫтә йылдар үтеп киткән. 

          Фатирының тәҙрә төбөн  ҡышын-йәйен гөлдәр менән биҙәп, стеналарын үҙе сиккән, йәки төшөргән һүрәттәр менән матурлап ҡуйырға ярата уңғанбикә. Хоҙайбирҙин ҡыҙына Хоҙай сибәрлеген, күңел нескәлеген дә мул биргән. Әле лә туғандарының, дуҫ-иштәренең һаулығын ҡайғыртып, ҡулынан килгәнсе ярҙам итеп, рәхмәттәренә инанып йәшәй ул. Эшендәге шикелле, һуңғы йылдарҙа ижади һәләттәре өсөн дә йыш ҡына төрлө Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары алып ҡыуана Фәрҙәнә Закир ҡыҙы. Ҡайҙа ғына йөрөһә лә матурлыҡ, изгелек өләшкән Фәрзәнә Закир ҡыҙын шатланып ҡаршы алалар, хөрмәтләп оҙаталар.

         Уның шиғырҙары “Көнгәк” гәзите биттәрендә баҫыла. Тыуған еренә, ғүмер иткән ҡалаһына, уның кешеләренә булған һөйөүе шиғри юлдарында ярылып ята һәм күңелдәрҙә юйылмаҫ эҙ ҡалдыра. Шаяртып яҙған шиғырҙары ла бик урынлы, оҫта килеп сыға. Фәрзәнә Закир ҡыҙын күркәм юбилейы айҡанлы ысын күңелдән ҡотлап, ҡаҡшамаҫ һаулыҡ теләй дуҫтары. Уның әле барыһы ла алда: матур-матур шиғырҙарын яҙып, сәхнәлә күңелгә ятышлы, хәтерҙә ҡалырлыҡ образдар тыуҙырып, иҫән-имен булып, оҙон-оҙаҡ йылдар беҙҙе шатландырып йәшә, Фәрзәнә апайыбыҙ.

Барыһы ла алда әле
Барыһы ла алда әле
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: