Конгэк
-3 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Мөғжизә! Ҡайттылар!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
1 Ғинуар 2022, 08:45

Беҙҙең ауыл Мәрйәме

Яңы йыл беҙгә яңы шатлыҡтары, ҡыуаныстары менән генә килеп инде. Шул шатлыҡтың береһе: ғинуарҙың берендә Мәрйәм Күсмәева үҙенең күркәм юбилейын билдәләй. Атай-әсәһе юллама буйынса Күгәрсен районы Хоҙайбирҙе ауылында мәктәптә эшләгән саҡта донъяға килә Мәрйәм апайыбыҙ. Икенсе синыфҡа төшөүгә ғаилә атаһының тыуған ауылы Ереккә ҡайтып төпләнә. Уҡытыусы ғаиләһенән булғанғамы, әллә уҡымышлы олатай-өләсәй нәҫелен ҡыуыпмы, тәүге синыфтан уҡ алдынғы уҡыусы, тәртипле бала, иптәштәренә өлгө булып тора ул. Нөгөш урта мәктәпте тамамлап, Стәрлетамаҡ педагогия институтында уҡып сығып, районыбыҙға ҡайтыуы ла хәтерҙә

Беҙҙең ауыл Мәрйәме
Беҙҙең ауыл Мәрйәме

       Яңы йыл беҙгә яңы шатлыҡтары, ҡыуаныстары менән генә килеп инде. Шул шатлыҡтың береһе: ғинуарҙың берендә Мәрйәм Күсмәева үҙенең күркәм юбилейын билдәләй.

          Атай-әсәһе юллама буйынса Күгәрсен районы Хоҙайбирҙе ауылында мәктәптә эшләгән саҡта донъяға килә Мәрйәм апайыбыҙ. Икенсе синыфҡа төшөүгә ғаилә атаһының тыуған ауылы Ереккә ҡайтып төпләнә. Уҡытыусы ғаиләһенән булғанғамы, әллә уҡымышлы олатай-өләсәй нәҫелен ҡыуыпмы, тәүге синыфтан уҡ алдынғы уҡыусы, тәртипле бала, иптәштәренә өлгө булып тора ул. Нөгөш урта мәктәпте тамамлап, Стәрлетамаҡ педагогия институтында уҡып сығып, районыбыҙға ҡайтыуы ла хәтерҙә.

Ҡыйғас ҡашлы, сибәр ҡыҙҙы оҡшатмаған кеше булмағандыр тирә -яҡта.  Уҡытыусымы, журналистмы, диктормы, мөхәррирме, ҡайҙа ғына эшләһә лә, беҙгә, әҙәбиәт һөйөүселәргә, Мәрйәм Тимерхан ҡыҙы иң беренсе ижад кешеһе булараҡ яҡын булды. Мәктәп йылдарынан уҡ уның шиғырҙары гәзит биттәрендә күренә килде, ә үҫеп еткәне бирле беҙ уның ижад емештәрен әйләнгән һайын республика, район баҫмаларында күреп шатланабыҙ. Нескә күңелле кешеләр генә ижад итә торған шиғырҙарҙы ла күп яҙа ул, ә композиторҙар уны көйгә һалғас, радио, телевидение тапшырыуҙарында  яңғырай.

      Мәрйәм ханым яуаплы вазифалар ҙа башҡарҙы,  ҡыҙы Айгөлгә ғүмер биреп, тәрбиәле бала итеп үҫтерҙе, юғары белем алырға ярҙам итте. Хәҙер ҡыҙы Стәрлетамаҡта йәшәй, әсәһенә кейәүе менән ҡунаҡҡа килеп, шатландырып тора.  

       Заман ауырлыҡтарына бирешмәй үҙнәшер менән юбилейына ҙур бүләк эшләй: китап уҡыусыларҙы, туғандарын, дуҫ-иштәрен ҡыуандырып

“Көҙгө ҡояш” исемле хикәйәләр китабын ҡулына алған. Шағирәнең алты шиғри йыйынтығы янына сәсмә әҫәрҙәр китабы килеп инеүе лә бик һөйөнөслө.

       Мәрйәм апайҙың бүләген ҡулыма алыу менән уның күңел йылыһын һалып яҙған әҫәрҙәрен, ҡырҡ эшемде ҡырҡ яҡҡа ташлап, төнгө өскә тиклем китапҡа йәбештем. Яҡшы хикәйәне, күңелгә хуш килгән китапты аҙағына тиклем уҡымай тыныс ҡына йоҡлап китә алмайым мин.

    “Сания апай” тигән хикәйәгә эйәреп, алыҫ диңгеҙ буйҙарында йөрөп әйләндем, “Ҡоролоҡ” хикәйәһе геройҙарын күҙ уңынан үткәреп нәфрәтләндем, ауылыма ҡайтып әйләндем, “Томан араһында” тигән әҫәрҙе  уҡып тоғролоҡҡа хыянат һөҙөмтәһен күрҙем, “Мөхәмәтшә Буранғолов тере, апай,”тигән хикәйәнән рәхәтләнеп көлдөм.

        РБ һәм РФ яҙыусылар союзы ағзаһы, ете китап авторы, Булат Рафиков  һәм Фәтҡулла Комиссаров премиялары лауреаты  Мәрйәм апай Күсмәеваны үҙе етәкләгән “Мәләүез таңдары” яҙыусылары ысын күңелдән  юбилейы менән тәбрикләй, ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, бөтмәҫ бәхет, шатлыҡтар кисереп йәшәүен теләй. Ҡомарың һүрелмәһен, ижадың Нөгөш йылғаһындай киң, Ағиҙел йылғаһындай тәрән булып ағылһын да ағылһын. Оҙон ғүмер, ҡоростай һаулыҡ юлдаш булһын һиңә, хөрмәтле Мәрйәм Тимерхан ҡыҙы!

 

Беҙҙең ауыл Мәрйәме
Беҙҙең ауыл Мәрйәме
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: