Конгэк
+16 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
5 Ғинуар 2022, 09:35

Ынйылай балҡыны Ынйыбыҙ!

Көнгәк” һылыуҡайы - 2021” конкурсы еңеүсеһе титулына Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы гимназияның 7-се класс уҡыусыһы Ынйы Маликова эйә булды. Социаль селтәрҙә “Көнгәк” гәзите төркөмөндә өс аҙна он-лайн барған конкурста һылыуҡайыбыҙ өсөн 975 көйәрмән үҙ тауышын бирҙе. Ысынлап та, Ынйы бар яҡтан да уңған ҡыҙ.Уҡыуҙа ла алдынғылыҡты бирмәй, ижади конкурстарҙа, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнаша. Төрлө сараларҙа уның башҡарыуында башҡорт милли бейеүҙәрен тамашасылар алҡышлап ҡаршы ала. Яңыраҡ гитарала уйнарға өйрәнә башлаған һылыуҡайыбыҙ. “Өйҙә лә беҙгә ҙур ярҙамсы, туғандарын ҡараша, аш-һыу бешереп барыбыҙҙы һыйлай”, - ти ата-әсәһе. Киләсәктә лә Ынйыҡайға алдына ҡуйған изге хыялдарының тормошҡа ашыуын, уҡыуында уңыштар, иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ!

Көнгәк” һылыуҡайы  - 2021” конкурсы еңеүсеһе титулына Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы гимназияның 7-се класс уҡыусыһы Ынйы Маликова эйә булды.

Социаль селтәрҙә “Көнгәк” гәзите төркөмөндә өс аҙна он-лайн барған конкурста һылыуҡайыбыҙ өсөн 975 көйәрмән  үҙ тауышын бирҙе. Ысынлап та, Ынйы бар яҡтан да уңған ҡыҙ.Уҡыуҙа ла алдынғылыҡты бирмәй,  ижади конкурстарҙа, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнаша. Төрлө сараларҙа уның башҡарыуында башҡорт милли бейеүҙәрен тамашасылар алҡышлап ҡаршы ала. Яңыраҡ гитарала уйнарға өйрәнә башлаған һылыуҡайыбыҙ.

“Өйҙә лә беҙгә ҙур ярҙамсы, туғандарын ҡараша, аш-һыу бешереп барыбыҙҙы һыйлай”, -  ти ата-әсәһе. Киләсәктә лә Ынйыҡайға алдына ҡуйған  изге хыялдарының тормошҡа ашыуын, уҡыуында уңыштар, иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ!

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: