Конгэк
+21 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
2 Март 2022, 09:05

Һәр миҙгелдең үҙ матурлығы

Шундай ҡатын-ҡыҙҙар була, уларға, әйтерһең, тормоштоң ауырлыҡтары ла теймәй, урап үтә кеүек. Һәр ваҡытта көләс йөҙлө, ихлас, сибәр гүзәл заттар янында ир-егеттәр ҙә буйға тартылып, көслө зат икәнен иҫтәренә төшөрөп, үҙҙәрен ситттән баһалай башлай. Зөлхизә Ҡыуандыҡова ла нәҡ шундай ҡатындар иҫәбенән.

Һәр миҙгелдең үҙ матурлығы
Һәр миҙгелдең үҙ матурлығы

 

 Шундай ҡатын-ҡыҙҙар була, уларға, әйтерһең, тормоштоң ауырлыҡтары ла теймәй, урап үтә кеүек. Һәр ваҡытта көләс йөҙлө, ихлас, сибәр гүзәл заттар янында ир-егеттәр ҙә буйға тартылып, көслө зат икәнен иҫтәренә төшөрөп, үҙҙәрен ситттән баһалай башлай. Зөлхизә Ҡыуандыҡова ла нәҡ шундай ҡатындар иҫәбенән.

Уҙған ғүмер - аҡҡан һыу кеүек. Әле генә ҡыш башланған ине, бөгөн яҙ ишек шаҡый.  Машинала елдергән Зөлхизә апай миңә хәтер ебен һүтә. “37 йыл машина йөрөткәнемә. Заманында ҡалала агрохимик булараҡ хеҙмәт юлын башлаған ҡалала тимер атты йүгәнләгән ике генә ҡатын-ҡыҙ бар ине. Ә хәҙер еңел автомобиль руле артында гүзәл затты күреү ғәҙәти күренешкә әйләнде”, -  ти ханым. Ул сығышы менән Бөрйән районы, Брәтәк ауылынан. Ғаиләләрендә һигеҙ ағай-эне янында үҫкәнгәме, бәләкәй саҡта ҡулында ҡурсаҡ түгел, ә сүкеш була: йә арба, йә тығырмаҡ яһаһынмы, гел тимер-томор араһында булыша. Алтынсы класта уҡығанда отҡор, сая ҡыҙ  Мөҙәрис ағаһының “УАЗ”-игын “йүгәнләй”, аҙаҡтаныраҡ “Газ-51” самосвалында  бесән әҙерләгән осорҙа күбә тарттыра.

Урта мәктәпте тамамлағас, Өфө аграр университетының механика факультетында үҙенең көсөн һынап ҡарай. Конкурстан үтмәгән ҡыҙ ауылға ҡайта, уны мәктәптә немец, химия, черчение фәндәренән уҡытырға ҡуялар. Бер йылдан Кушнареко ауыл хужалығы техникумында белем ала. “Кеше яҙмышы уйламағанда хәл ителә”, - тип һүҙен дауам итә Зөлхизә Рәхимйән ҡыҙы. Эшкә урынлашҡас та уны Ҡотош ауылына ебәрәләр. Шунда осрата ла инде үҙенең буласаҡ тормош иптәше Шәрәфулла Зиннәт улын. Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап торған пар тигеҙ ғүмер кисерә. Мөхәббәт емештәре - өс балаға ғүмер бирәләр. Оло ҡыҙҙары Эльза белеме буйынса юрист, икенсе ҡыҙҙары Гөлназ - төҙөүсе, улдары Илнур ҙа юғары белемгә эйә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәҡәлә геройыбыҙҙың тормош иптәше өс йыл элек 63  йәшендә генә баҡыйлыҡҡа күсә. Зөлхизә Рәхимйән ҡыҙы тормош һынауҙарына бирешмәй, доғалар уҡый. Ни тиһәң дә, уның олатай-өләсәйҙәре лә дин юлында булған.  Уҙған быуат башында Бөрйән районы Байназар ауылында йәшәгән олатаһы, мулла Закир Зариф улын, кулаклыкта ғәйепләп, Кемерово өлкәһенә һөргөнгә оҙаталар. Атаһы Рәхимйән Закир улы шул яҡҡа ағас ҡырҡырға барған Стәрлебаш районы Ҡарағыш ауылы ҡыҙы, 17 йәшлек Миңсрур Ғибәҙулла ҡыҙы менән таныша, матур итеп ғаилә ҡора.  1951 йылда Бөрйән районына ҡайтып төбәкләнәләр. “Өйөбөҙҙә олатай-өләсәйем биш намаҙын ҡалдырманы, урындары ожмах түрендә булһын”, - ти Зөлхизә апай.   

60 йәшендә хаҡлы ялға сыҡҡас, ул йәненә ятҡан шөғөлдәргә тартыла: еңел автомобиленә ултырып Башҡортостан буйлап сәйәхәт ҡыла, ҡышҡы кистәрҙә рәхәтләнеп тарихи китаптар уҡый.

Кеше ғүмеренең һәр миҙгеле матур. Ҡыҙыҡлы, әүҙем тормошоғоҙҙа алға ҡуйған маҡсаттарығыҙға ирешергә насип итһен!

Һәр миҙгелдең үҙ матурлығы
Һәр миҙгелдең үҙ матурлығы
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: