Конгэк
+29 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
27 Май 2022, 10:25

Рухиәт һағында тороусы

Һүҙебеҙ ғүмерен серле китап донъяһы менән кешеләр араһында күҙгә күренмәҫ күпер һалыуға бағышлаған райондашыбыҙ, Корнеевка ауылының моделле китапханаһы хеҙмәткәре Русалина Ишбулдина хаҡында.

Рухиәт һағында тороусы
Рухиәт һағында тороусы

Уларҙың хеҙмәте башҡа һөнәр эйәләренеке кеүек әллә ни күҙгә күренеп бармай, әммә уның кешелек донъяһына булған йоғонтоһо баһалап бөткөһөҙ. Рухиәт һаҡсыһы булған китапханасылар китапҡа һәм ваҡытлы матбуғатҡа һөйөү тәрбиәләүселәр, башҡаларҙы матурлыҡҡа һәм яҡшылыҡҡа өндәүселәр.

Һүҙебеҙ ғүмерен серле китап донъяһы менән кешеләр араһында күҙгә күренмәҫ күпер һалыуға бағышлаған райондашыбыҙ, Корнеевка ауылының моделле китапханаһы хеҙмәткәре Русалина Ишбулдина хаҡында.

 Корнеевка мәҙәниәт йортона хореограф булып эшкә килгән ҡыҙ һуңынан ауыл китапханаһына күсә. Ижади һәләттәре күп Русалина Таһир ҡыҙының, ул үҙ ваҡытында художество мәктәбенең баян класын тамамлаған, матур итеп йырлай ҙа.

Китапханала балалар өсөн «Акварель» һүрәт төшөрөү түңәрәге алып бара, уларға йырҙар өйрәтә, «Изге йөрәктәр» ирекмәндәр хәрәкәтен дә етәкләй, ауылдың хаҡлы ялдағы ҡатын-ҡыҙҙары менән берлектә төрлө саралар ойоштора, уларҙа үҙе лә әүҙем ҡатнаша.

Ун меңдән ашыу фонды булған «Уҡыу һәм тирә-яҡты өйрәнеү» моделле китапханаһы Корнеевканан тыш Сухаревка, Покровка һәм Дәүләтҡол ауылдарын хеҙмәтләндерә. Унда бөтәһе 500-гә яҡын кеше теркәлгән. Китапханала Рәсәй, республика һәм район матбуғатына ла ҙур иғтибар бирелә, бигерәк тә балалар, үҫмерҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн журналдар күпләп яҙҙырыла.

Фонд әленән-әле яңы китаптар менән тәьмин ителә, уларҙы йыш ҡына китапханаға кешеләр ҙә бүләк итеп тора.

Русалина Таһир ҡыҙы белдереүенсә, ул Дәүләтҡол ауылына барып та халыҡҡа китап тарата, унда төрлө саралар ойоштора. Сәләмәтлек мөмкинлектәре йәки башҡа сәбәп менән йөрөй алмағандарға өйҙәренә илтеп бирә.

- Кемдең ниндәй авторға йәки әҫәргә өҫтөнлөк биреүен белеп бөттөм инде, һәр кемдең үҙенә генә тәғәйен китабы бар, - ти әңгәмәсем.

Китапханасы төп хеҙмәтенән тыш кешеләрҙең яҡын дуҫы һәм серҙәше лә булып китә, бигерәк тә оло йәштәгеләр йәки яңғыҙ йәшәгәндәр уға үҙҙәренең эске кисерештәре менән уртаҡлашырға килә.

 Русалина Таһир ҡыҙы Мәләүез районынан сыҡҡан билдәле шәхестәрҙең тормошона һәм ижадына ҡағылышлы мәғлүмәт туплау эшенә айырыуса яуаплы ҡарай. Билдәле яҡташыбыҙ Булат Рафиҡовтың яҡындары, уны белгән кешеләр аша яҙыусы тураһында байтаҡ материал туплауға өлгәшә.

- Китапханасыны кешеләргә китап, гәзит-журнал ғына таратып ултырыусы тип ҡабул иткәндәр төптө яңылыша. Көндәлек эштән башҡа киләһе быуындарға тапшырылырға тейеш мәғлүмәт тупланған китаптарҙы, архивты теркәү, уларҙы тәртиптә тотоу, төрлө саралар ойоштороу ҙа улар иңендә бит, - ти ул.

Һайлаған һөнәренә яуаплы ҡараған хеҙмәткәр үҙ эшен яратып башҡара. Буш ваҡытында ул тегеү, бәйләү кеүек ҡул эштәре менән мауыға, гөл-сәскәләр үҫтерә.

Ире Динар менән ҡорған ғаиләһендә Дарина, Вилдан һәм Самира исемле өс бала тәрбиәләнә.

Башкөллө яратҡан эшенә сумған Русалина Таһир ҡыҙы үҙ уҡыусыларын серле китап иле менән таныштыра, ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс донъя аса һәм уларҙы аң-белемгә әйҙәп йәшәй.

Лена ХӘЙРУЛЛИНА.

 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: