Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
1 Июнь 2022, 17:07

Яҙмышына рәхмәтле

Ошо көндәрҙә Дәүләтҡол ауылы клубы мәҙәниәт ойоштороусыһы Хәҙисә Ғәлимулла ҡыҙы Низамова үҙенең күркәм юбилейын – 60 йәшен билдәләне. Үҙ эшенә мөкиббән бирелгән, ауыл халҡына төрлө байрам саралары бүләк иткән кеше ул. Яҡташтары хөрмәтләй, мәҙәни тормошто унһыҙ күҙ алдына ла килтермәй. Тәжрибәле, һәләтле хеҙмәткәр һәр береһе менән уртаҡ тел таба белә, кесене кесе, олоно оло итеп күрә.

Хәҙисә Низамова Учалы районының Уральск ҡасабаһында Рауза һәм Ғәлимулла Шәйәхмәтовтарҙың ишле ғаиләһендә донъяға килә. Йыр-моңға, туған мәҙәниәткә, тыуған ергә һөйөүҙе ата-әсәһе һеңдерә уға. Атаһы Ғәлимулла Хөснулла улы аккордеон, гитара, балалайкала оҫта уйнай, әсәһе Рауза Алтынғужа ҡыҙы халыҡ йыр­ҙарын моңло башҡара. Кескәй Хәҙисә бе­йеүгә маһир була, Учалы районының күре­некле “Ләйсән” бейеү коллективы менән сит илдәрҙә сығыш яһай.

Клубта эшләй башлауының беренсе кө­нөнән үк Хәҙисә Ғәлимулла ҡыҙы ауыл халҡының иғтибарын йәлеп итеп кенә ҡалмай, һөйөүен яулай. Ул ойошторған, үткәргән концерт, байрам кисәләре, ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс сараларҙың иҫәп-хисабы юҡ.

- Һайлаған һөнәрем ныҡ оҡ­шай, балалар менән дә, өлкән­дәр менән дә эшләргә яратам. Дәүләтҡолда дәртле халыҡ йәшәй. Улар тыуған яғының мәҙәниәтен, йолаларын һаҡлай. Ауылдаштарҙың әүҙемлеге, ты­рышлығы арҡаһында бөтә саралар ҙа сағыу, матур үтә. “Миләш” вокаль ансамбленең уңышлы эшмәкәрлеге һөйөндөрә. Репертуарға заманса башҡорт халыҡ йырҙары, фольклор-театр күренештәре ингән, - ти Хәҙисә Низамова.

Оҫта мәҙәниәт хеҙмәткәренән тыш ҡәҙимге тормошонда ул бәхетле ҡатын, әсәй, өләсәй. Тормош иптәше Рәшит Риф улы менән Руслан һәм Ришат исемле балалар үҫтергәндәр. Бөгөн улдары уңыштары менән ата-әсәне һөйөндөрә. Хәҙисә Ғәлимулла ҡыҙы, һәр яҡлап ярҙамлашҡан, ҡәҙерләгән, хөрмәтләгән Рәшите менән таныштырған өсөн яҙмышына рәхмәтле.

Юбилей айҡанлы хеҙмәттәшебеҙгә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, ижади үрҙәр, сәләмәтлек теләйбеҙ.

Мәҙәни-ял үҙәге коллективы.

Фото шәхси архивтан.

Яҙмышына рәхмәтле
Яҙмышына рәхмәтле
Автор:Алия Амирова
Читайте нас: