Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
8 Июнь 2022, 11:50

Үҙ еренең тоғро улы

Киләсәк быуынды физик һәм рухи яҡтан тәрбиәләү, уларҙа спортҡа һөйөү уятып, күптәргә шул юлдан китергә ярҙам иткән остаздың бар ғүмере Мәләүез менән бәйле. 

Үҙ еренең тоғро улы
Үҙ еренең тоғро улы

Ғүмере буйы Мәләүез еренә тоғролоҡ һаҡлаған, намыҫлы һәм тырыш хеҙмәте менән уның үҫешенә тос өлөш индергәндәр араһында яҡташыбыҙ Александр Торгашов та бар.

Киләсәк быуынды физик һәм рухи яҡтан тәрбиәләү, уларҙа спортҡа һөйөү уятып, күптәргә шул юлдан китергә ярҙам иткән остаздың бар ғүмере Мәләүез менән бәйле. 

Ул 1940 йылдың 16 сентябрендә Дарьино ауылында ябай колхозсылар ғаиләһендә тыуа. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа тыуған барлыҡ тиҫтерҙәре кеүек үк уға бик иртә йәштән ауыр хеҙмәткә егелергә тура килә. Ғаиләнең матди хәле яҡшынан булмай, шуға күрә мәктәптә алтынсы класты тамамлағас, үҫмер уҡыуын ташлап, эшләй башлай.

Йәше еткәс, Совет Армияһы сафына алына, өс йыл һауа-десант ғәскәрендә хеҙмәт итә, 1963 йылдың ноябрендә кесе сержант булып, демобилизациялана.

Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, Александр Алексеевичты Партизан ете йыллыҡ мәктәбенә физкультура уҡытыусыһы итеп эшкә саҡыралар. Әрмегә алынғансы Салауат ҡалаһында эшләп өлгөргән егеттең тормошҡа ҡарата башҡа маҡсаттары булғанға күрә, ул ваҡытлыса ғына эшләп торорға ризалаша. Тик тора-бара спорт һәм мәғариф өлкәһе уны тулыһынса үҙенә ылыҡтыра һәм уҡытыусының 38 йыл ғүмере Дарьино мәктәбендә уҙа. 30 йыл ул уҡыусыларға хәрби хеҙмәткә әҙерлек дәрестәре бирә, класс етәксеһе була.

Ошонда тыуҙым, ошонда үҫтем, уҡыным, ғаилә ҡорҙом, балалар үҫтерҙем, тырышып эшләнем һәм ҡайҙалыр ситкә күсеп китеү уйы башыма инеп тә сыҡманы, - ти әңгәмәсем, үткән йылдарын байҡап.

Бар ғүмерен тыуған Мәләүезе менән бәйләгән остаздың уҡыусылары унан тырышлыҡҡа һәм ныҡышмаллыҡҡа һәм спортты яратырға өйрәнә. Ябай ауыл балалары үҙҙәрен спорттың төрлө төрҙәрендә һынап ҡарай, уларҙың исемдәре районда ғына түгел, республика кимәлендә билдәле була.

Александр Алексеевичтың намыҫлы һәм фиҙаҡәр хеҙмәте «Хеҙмәт ветераны», «Өлкән уҡытыусы», «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы физик культура һәм спорт хеҙмәткәре», «Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы» исемдәре һәм башҡа бик күп Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән билдәләнә.

Хаҡлы ялға сыҡҡас та, ул райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, 2004-2007 йылдарҙа Дарьино ауылының һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советының рәйесе, 2008-2017 йылдарҙа физик культура һәм спорт өлкәһендә йәштәр эштәре буйынса белгес була.

Уҡыусыларына ғына түгел, үҙ балалары - Светлана, Елена һәм Вадимға ла матур тәрбиә һәм белем биреүгә өлгәшә Торгашовтар.

Александр Алексеевич күп йылдар сәләмәтлегенә зыян килгән ҡатынын тәрбиәләй, Любовь Николаевнаның баҡыйлыҡҡа күсеүен бик ауыр кисерһә лә, уның менән осраштырғаны һәм бәхетле иткәне өсөн яҙмышына сикһеҙ рәхмәтле булып йәшәй. Балалары аталарын ташламай, мөмкинлек сыҡҡан һайын ҡайтып ярҙамлашып тора.

 Һигеҙенсе тиҫтәһен ваҡлаған спортсы бөгөн дә әүҙем һәм сәләмәт тормош алып бара, бик күп ваҡыт йәйәү йөрөй, шуғалыр ҙа, ул егеттәрсә төп-төҙ кәүҙәле, дәртле һәм шуҡ. 

Тормошто яратығыҙ, күберәк хәрәкәтләнегеҙ һәм насар ғәҙәттәрҙән йырағыраҡ булығыҙ. Сәләмәт һәм бәхетле тормоштоң нигеҙе шул, - тип оҙатып ҡалды беҙҙе Александр Алексеевич. Беҙ уның үҙенә лә ныҡлы һаулыҡ һәм бәрәкәтле оҙон ғүмер теләйек.

Автор фотоһы. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: