Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
16 Июнь 2022, 10:05

Гөл-сәскәгә ғашиҡ Гөлназ

Эйе, донъяны гөл итеү ҙә, көл итеү ҙә кешенең үҙенән тора. Тормошто шау сәскәгә күмеү өсөн егәрле яҡташыбыҙ Гөлназ Вәхитова кеүек тырыш булырға, гүзәллекте тоя, күрә һәм аңлай белергә кәрәк.

Гөл-сәскәгә ғашиҡ Гөлназ
Гөл-сәскәгә ғашиҡ Гөлназ

Был тиклем гөлбаҡсаны үҫтереү өсөн матурлыҡҡа ғашиҡ булыу ғына аҙҙыр, тәү сиратта, эш яратыу, егәрле һәм тырыш булыу кәрәктер, тип уйлап ҡуйҙым, Ергән ауылында йәшәүсе Гөлназ Вәхитованың сәскәләрен күргәс. Күҙҙең яуын алып ултырған петуниялар сорттары менән генә түгел, төҫтәре буйынса ла бер-береһен ҡабатламай.

Баҡһаң, уларҙың орлоҡтан,  ботаҡтан үрсегәндәре, ҡыуаҡ рәүешендә ерҙә, һауыттарҙа үҫә торғаны һәм үрмәлеләре була икән.

Гөлназ башлыса уларҙың һуңғыларын үҫтереү менән шөғөлләнә. Үҙе әйтеүенсә, сәскә «сире» уға 2016 йылда ныҡлап йоға. Шунан алып ул петуния һәм башҡа төрлө гөлдәр үҫтереү менән мауыға.

- Башта уларҙы үҙем һәм яҡындарым өсөн генә ултырттым, ә 2018 йылдан алып таныштар, дуҫтар ала башланы. Был шөғөлөмдө бизнес тип тә атамайым, үҙем өсөн генә, күңелем өсөн үҫтерәм, һораусыларға артҡандарын һатам, - ти әңгәмәсем.

Һөнәре буйынса агроном да, ер һәм үҫемлектәр донъяһына бәйле башҡа һөнәр эйәһе лә түгел Гөлназ, ул «Трудовик» предприятиеһында бухгалтер булып эшләй, ире Алик та яҙмышын ауыл ере менән бәйләгән.

- Ирем минең матурлыҡ яратыуымды аңлап тора, үҙенең иретеп йәбештереү оҫталығын файҙаланып, петунияларым өсөн ағас рәүешендәге махсус ҡоролма һәм арка ла эшләп ҡуйҙы, - тип йылмая уңған хужабикә.

Гөл-сәскәләрҙе тәрбиәләү серҙәренә Гөлназ интернеттан ҡарап өйрәнә. Был ярайһы ҡатмарлы хеҙмәт менән бары тик тырыштар ғына шөғөлләнә ала, сөнки улар үҫкән урында билдәле температура һаҡлау, ваҡытында һыу һибеү, ашлау, тупрағын алмаштырыу, ҡоротҡостарға һәм төрлө сирҙәргә юл ҡуймау кеүек иҫәпһеҙ-һанһыҙ мәшәҡәттәр етерлек.

Баҡса үҫтереү менән шөғөлләнгәндәрҙең эше йыл әйләнәһенә туҡтап тормай. Гөлназ да орлоҡтан үҫкән петунияларын иртә ҡыш уҡ сәсә, ә ботаҡтан үрсегәндәрен йәй әҙерләй башлай.

Ҡышҡа өйгә индереп ҡалыу өсөн ботаҡтарҙы август айында киҫеп алып тамырландыра ла махсус һауыттарға ултырта, улар ерегеп китһен өсөн дә ваҡыт талап ителә икән. Сәскәләрен үҫтереү өсөн тәғәйенләнгән урынға махсус кәштәләр һәм яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйылған.

Гөлназ тик сифатлы орлоҡтарға өҫтөнлөк бирә, уларҙы  магазиндарҙан түгел, интернет аша билдәле һәм һыналған фирмаларҙан ғына яҙҙырып ала.

- Орлоҡтан үҫкән «Тайдал» сортлы үрмәле петуния ергә тиҙ һәм һәйбәт ерегеп китә, һауыттарҙа үҫтереү өсөн «Опера» сорты яҡшы, «Калибрахоа» ла бик оҡшай үҙемә, - ти әңгәмәсем.

Кешеләр уның кашполарҙа үҫтергән сәскәләрен тыуған көн һәм башҡа байрамдарҙа яҡындарына бүләк итер өсөн дә һатып ала. Уйлап ҡараһаң, был, ысынлап та бик шәп бүләк, сөнки магазиндан алған гөлләмә ике-өс көндән һуң һулый, ә Гөлназдың сәскәләре иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә баҡсаны йә ихатаны йәмләп, күҙҙәрҙе иркәләп үҫә бирә.

Эшләп тә йөрөгәс, иҫ киткес матурлыҡ үҫтереү өсөн ҡайҙан ваҡыт табаһығыҙ, тип ҡыҙыҡһынам уңған хужабикәнән.

- Һирәк булһа ла, балаларыма ваҡыт етеңкерәмәй китәлер инде, гел шул сәскәләрең менән булышаһың, тип үпкәләп алған саҡтары ла бар. Тырышһаң, шөғөлөңдө яратһаң, барыбер ҙә уға ваҡыт табырға мөмкин, - ти йәш әсә.

Эйе, донъяны гөл итеү ҙә, көл итеү ҙә кешенең үҙенән тора. Тормошто шау сәскәгә күмеү өсөн егәрле яҡташыбыҙ Гөлназ Вәхитова кеүек тырыш булырға, гүзәллекте тоя, күрә һәм аңлай белергә кәрәк.

Лена ХӘЙРУЛЛИНА.

 

 

 

 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: