Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
11 Август 2022, 08:25

Арзан да, сифатлы ла

Һәр нәмә сағыштырыуҙа яҡшы күренә. Уҡыу йылы башланыр алдынан үҙемдең мәктәптә уҡыған саҡты иҫкә төшөрҙөм. Апайҙарҙан ҡалған  йылы көрән күлдәктең терһәге тишелеп бөтә торғайны. Төҫлө ҡәләмдәр ҙә һәр класташыма тәтемәгәндер, сөнки яҙыу-һыҙыу предметтарына ҡытлыҡ була торғайны.  Гәзит уҡыусыларыбыҙ араһында ҡыяҡты ҡара һауытҡа манып яҙғандар ҙа барҙыр әле. Уҡыу әсбабы туҙмаһын өсөн гәзит менән тышлай торғайныҡ. Ә хәҙер уҡыу кәрәк-яраҡтарының ниндәйе төрө юҡ, күҙҙәр ҡамашырлыҡ. Яңыраҡ Октябрь урамы, 12 адресы буйынса урынлашҡан “Карандаш” магазинында йәш ҡатындың 4-се класҡа йыйынған балаһына ручка һайлаған мәлен тап иттем.

Арзан да, сифатлы ла
Арзан да, сифатлы ла

 

Һәр нәмә сағыштырыуҙа яҡшы күренә. Уҡыу йылы башланыр алдынан үҙемдең мәктәптә уҡыған саҡты иҫкә төшөрҙөм. Апайҙарҙан ҡалған  йылы көрән күлдәктең терһәге тишелеп бөтә торғайны. Төҫлө ҡәләмдәр ҙә һәр класташыма тәтемәгәндер, сөнки яҙыу-һыҙыу предметтарына ҡытлыҡ була торғайны.  Гәзит уҡыусыларыбыҙ араһында ҡыяҡты ҡара һауытҡа манып яҙғандар ҙа барҙыр әле. Уҡыу әсбабы туҙмаһын өсөн гәзит менән тышлай торғайныҡ. Ә хәҙер уҡыу кәрәк-яраҡтарының ниндәйе төрө юҡ, күҙҙәр ҡамашырлыҡ. Яңыраҡ Октябрь урамы, 12 адресы буйынса урынлашҡан “Карандаш” магазинында йәш ҡатындың 4-се класҡа йыйынған балаһына ручка һайлаған мәлен тап иттем. Кемгә нисектер, ханым нәҙек итеп яҙған ручкаға өҫтөнлөк бирә, айырым бер етештереүсенекен генә һайлай. Дәфтәргә ҡуйы паста менән төшөрөлгән яҙыу-һыҙыуҙы башланғыс класс уҡыусыһы ғына түгел, өлкәндәр ҙә  яңылыш бысратырға мөмкин. Ә бына китап тышлығын ҡалынын, дәфтәрҙе тик ап-аҡ битлеһен генә һайлап алды ҡатын. (Көлһыуыраҡ төҫтәге дәфтәр булғанын, дөрөҫөн әйткәндә, белмәй ҙә инем әле.)

“Карандаш”та уҡыу кәрәк-ярағының ниндәйе генә юҡ! Ручка, ҡәләмдең ике йөҙләп төрө бар: гель пасталы ручка, маркер, скетчбук, уҡытыусыларға ла көндәлек алып барыр өсөн махсус журнал, ҡағыҙ, ватман, V - XI класc  балалар уҡыусылары өсөн уҡыу әсбабы, берҙәм имтихан өсөн һорауҙар, эш дәфтәре, әҙәби китаптар, атлас, карта, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса плакат, фекерләүҙе, иғтибарлылыҡты  үҫтергән пазл, алмаз мозаика, өҫтәл уйындары... ”Ул хәтлем тауар араһында һатып алыусыға кәрәген нисек тиҙ арала табып бирәһегеҙ?” - аптыраулы ҡарашымды һатыусылар Рита Кинйәбулатова менән Динә Ғәйетҡоловаға төбәйем. “Ете төн уртаһында һораһалар ҙа, күҙ йомоп ҡайҙа ниндәй тауар ятҡанын әйтә алабыҙ”, - ти ҡыҙҙар. Һатып алыусылар ҙа талапсанға әйләнде, кемдер әйберҙең сифатына баҫым яһай, кемгәлер осһоҙораҡ кәрәк. Клиенттарҙы яҡты йөҙ, хәстәрлекле ҡараш менән ҡаршылау, кәрәкле  тауар менән тәьмин итеү  - “Карандаш” магазины һатыусыларына хас сифат.

Магазин етәксеһе Салауат Кинйәбулатов менән менән әңгәмәләшергә лә форсат тейҙе. Ике тиҫтә йыл элек илдә көрсөк хаким иткән саҡта алыу-һатыу эшенә тотонған эшҡыуар. Халыҡҡа сифатлы тауар алып ҡайтыр өсөн баш ҡалала  тиҫтәнән ашыу нөктәлә булып, заманында килешеүҙәр төҙөргә тура килә. Бөгөн иһә үҙ эшен яҡшы белгән татыу коллектив туплаған, Мораҡ ауылындағы һатыу нөктәһе менән бергә һигеҙ кешене эшле иткән. “Магазин директоры Надежда Исаенкоға, һатыусы-консультанттарға тулыһынса ышанам. Ассортимент бай, 40 мең тирәһе барҙыр, шуға ла менеджерҙар һәр тауарҙың сифатын, ҡайһы фирманыҡы икәнен белергә тейеш. Халыҡ менән ниндәйҙер кимәлдә тәрбиәүи эш алып барабыҙ, сифатлы, яҡшы хеҙмәт итерлек тауар тәҡдим итәбеҙ. Үҙем иртән һәм кис килеп эш барышы менән белешеп китәм”, - ти  Салауат Хәлил улы. Эшҡыуар сауҙа өлкәһендә генә туҡталып ҡалмай, бөгөн Мәләүез, Миәкә, Күгәрсен, Ейәнсура, Хәйбулла райондарында капиталь ремонт эше менән шөғөлләнә.

Әҡлимә ИМАМОВА.

Һүрәттә: “Уҡыу кәрәк-яраҡтарын һәммәһен ошо магазинда ғына алабыҙ”, - ти мәктәпкә балаһын әҙерләгән Ләйсән Алсынбаева.

Автор фотоһы.

Арзан да, сифатлы ла
Арзан да, сифатлы ла
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: