Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
11 Август 2022, 08:30

Күңел һалып бешергән ризыҡ тәмле

Район баҫыуҙарында эштең иң ҡыҙған мәле. Иген иккән механизаторҙарҙың тамағын кем туйҙыра тиһегеҙме? Корнеевка ашханаһында таң һарыһынан аяҡ өҫтө аш-һыу әҙерләгән егәрлеләр Земфира Мостафина, Гүзәл Краснова һәм ашхана мөдире Регина Гулюмова кеүек алтын ҡуллы ашнаҡсылар.

Күңел һалып бешергән ризыҡ тәмле
Күңел һалып бешергән ризыҡ тәмле

 

Район баҫыуҙарында эштең иң ҡыҙған мәле.

Иген иккән механизаторҙарҙың тамағын кем туйҙыра тиһегеҙме? Корнеевка ашханаһында таң һарыһынан аяҡ өҫтө аш-һыу әҙерләгән егәрлеләр Земфира Мостафина, Гүзәл Краснова һәм ашхана мөдире Регина Гулюмова кеүек алтын ҡуллы ашнаҡсылар.

Уттай ҡыҙыу эш мәлендә Корнеевка механизаторҙарының һаны яҡынса йөҙгә барып баҫа. Иртән улар ашханала ашай. Төшкөһөн водителдәр ялан батырҙарының эш урынына илтә. Ҡояш байығансы яланда иген иккән механизаторҙар кисен дә улар бешергән ризыҡ менән тамаҡ ялғай.

Беренсе, икенсе блюдонан тыш, улар милли ҡамыр аштары бешерергә оҫта улар, икмәк-күмәсте лә үҙҙәре һала, ярымфабрикаттар ҙа әҙерләй. “Эшебеҙ бик оҡшай. Күңелебеҙҙе һалып бешергәнгә лә тәмле килеп сыға”, - ти  аш-һыу оҫталары.

Әҡлимә ИМАМОВА.

Һүрәттә: “Тәмле еҫле бәлеш менән йыш һыйлайбыҙ”, - ти Регина Гулюмова, Земфира Мостафина, Гүзәл Краснова.

Автор фотоһы.

Күңел һалып бешергән ризыҡ тәмле
Күңел һалып бешергән ризыҡ тәмле
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: