Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
4 Сентябрь 2022, 08:05

Халҡына хеҙмәт итеүе менән бәхетле

Райондың Хлебодаровка, Александровка, Ҡотлобулат, Боһорман, Восточный ауылдарын хеҙмәтләндергән слесарь Фәнир Ҡунаҡбаев «Мәләүезгаз» ойошмаһында 2008 йылдан эшләй.

Халҡына хеҙмәт итеүе менән бәхетле
Халҡына хеҙмәт итеүе менән бәхетле

Йыл һайын сентябрҙең тәүге йәкшәмбеһендә нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы билдәләнә. «Мәләүезгаз» ойошмаһы халыҡҡа зәңгәр яғыулыҡҡа бәйле барлыҡ хеҙмәттәрҙе лә күрһәтә. Был өлкәлә осраҡлы кешеләр юҡ, унда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәгән, үҙ бурыстарына яуаплы ҡарағандар ғына эшләй ала. Райондың Хлебодаровка, Александровка, Ҡотлобулат, Боһорман, Восточный ауылдарын хеҙмәтләндергән слесарь Фәнир Ҡунаҡбаев ойошмала 2008 йылдан эшләй. Биш ауыл өсөн яуаплы булһа ла, кәрәк ваҡытта ул башҡа яҡтарға ла сыға.

- Тормошта төрлө хәл була, мейестәрен тоҡандырып биреүҙе һорап шылтыратһалар, көн тимәй, төн тимәй, ял көнө булыуға ҡарап тормай, сығып китергә тура килә, - ти Фәнир Фәрит улы.

Был өлкәлә үҙ эшеңдең оҫтаһы булыуҙан тыш башҡалар күңеленә юл таба, кешенең хәленә инә белергә лә кәрәк. Газ плитаһы йәки мейес һатып алғанда ла күптәр уға мөрәжәғәт итә, сөнки сифатлы тауарҙы  белгес менән кәңәшләшеп алыу күпкә отошло.

- Бөгөн ауылдарҙа күпселек өлкән йәштәгеләр йәшәй, теге йәки был сәбәпле газ мейесендәге уты һүнһә, улар ни эшләргә белмәй баҙап ҡала һәм миңә шылтырата, - ти әңгәмәсем.

Сетерекле хәлдәр килеп тыуғанда, ул үҙ ваҡыты менән иҫәпләшмәй, бар эшен ташлап ярҙамға ашыға. Бигерәк тә көҙ миҙгелендә, ҡышҡа әҙерлек осоронда күптәр күҙ төбәп уға килә. Ярҙамсыл, кешелекле белгесте бөтә ерҙә танып, яҡын күреп торалар.

Үҙ коллективын, башҡарған эшен яратҡан Фәнир Фәрит улын етәкселәре лә яҡшы яҡтан ҡылыҡһырлай, уның тәжрибәле, яуаплы, кешеләр менән тиҙ арала уртаҡ тел таба белгән хеҙмәткәр булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала.

Һайлаған һөнәренә тоғро яҡташыбыҙ үҙ халҡына кәрәк булыуы, уға хеҙмәт итеүе менән бәхетле. 

Лена ХӘЙРУЛЛИНА.

Автор фотоһы.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: