Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
12 Сентябрь 2022, 09:30

Алда көтһөн йәшәлмәгән йылдар

Утыҙ ете йыл буйы һауынсы булып эшләгән егәрле яҡташыбыҙ Фируза апай Үтәева яҙмышын ауыл ере менән бәйләгәненә һис тә үкенмәй.

Алда көтһөн йәшәлмәгән йылдар
Алда көтһөн йәшәлмәгән йылдар

Ауылдың үҙе кеүек ябай, шул уҡ ваҡытта тырыш, алсаҡ һәм ихлас кешеләре менән осрашып аралашыу кешегә күңел бөтөнлөгө, йән тыныслығы һәм һиллек бирә. Улар янында бер ниндәй ығы-зығы ла, юҡ-бар өсөн борсолоу ҙа, донъяның иҫәпһеҙ-һанһыҙ мәшәҡәте лә юҡҡа сыға. Йыл буйына, тәүлек әйләнәһенә хужаларының егәрле ҡулдарын көтөп торған мең төрлө ауыл эшен дә сабыр ғына башҡарырға, донъя йөгөн дә түҙем генә тартырға өйрәнгән улар.

Утыҙ ете йыл буйы һауынсы булып эшләгән егәрле яҡташыбыҙ Фируза апай Үтәева ла ғүмерен ауыл ере менән бәйләгәненә һис тә үкенмәй. Тамырҙары менән Мәләүез төбәгенә бәйле ҡыҙ Ырымбур өлкәһенең Белозерский районында донъяға килә. «Олатайым һуғыш ваҡытында ғаиләһен аслыҡтан йолоп ҡалыр өсөн Ырымбур яғына күсереп алып киткән», - ти әңгәмәсем.  Тыуған яҡтың тартыу көсө ныҡ була күрәһең, улар һуңынан барыбер был яҡтарға ҡайтып төпләнә.

Фируза Миңлеәхмәт ҡыҙының бала сағы, йәшлек йылдары Тихоновка ауылында үтә, киләсәк яҙмышын ул Йондоҙ ауылы (бөгөн ул бөткән ауылдар исемлегендә. - авт.) егете Рәүф Рәхимйән улы менән бәйләй. Үтәевтар ғаиләһе Даниловка ауылында төпләнеп, тырышып донъя көтөргә лә, колхоз эшендә эшләргә лә, өс бала тәрбиәләргә лә өлгөрә.

- Беҙ ҙә бар ауыл кешеләре кеүек ғүмер буйы эш өҫтөндә булдыҡ, ҡул көсөнә таянып йәшәнек, мал, ҡош-ҡорт тоттоҡ, йәйен баҫыуҙа өсәр гектар сөгөлдөр утай торғайныҡ, - ти уңғандар. Намыҫ һәм тырыш хеҙмәт менән йәшәп өйрәнгән эшсәндәрҙең бөгөнгө тормоштары ла көйлө: ҡош-ҡорт та аҫрайҙар, баҡсалары ла көҙгө уңыштан һығылып ултыра.

Үтәевтарҙың өс балаһы ла инде үҙ аллы донъя көтә, оло ҡыҙҙары Роза Стәрлебаш районында төпләнһә, уртансыһы Гүзәл Мәләүездә, улдары Алик Ишембайҙа йәшәй.

Яҡташтырыбыҙ кеүек 49 йыл татыу ғүмер кисереү өсөн бер-береңә ышаныс һәм хөрмәт һаҡлау, ауырлыҡтарҙы сабыр үткәрә белеү кәрәктер, тип уйлайым һоҡланғыс парға ҡарап. «Әсәйем миңә донъя көткәндә лә, ғаилә тормошонда ла  түҙемле булырға кәрәклекте өйрәтә торғайны. Балаларҙы атайлы итеп үҫтереү өсөн ошо сифатты юғалтырға ярамағанын һәр ваҡыт иҫтә тоттом», - ти Фируза Миңлеәхмәт ҡыҙы. Тап ошо күркәм сифаты уны ауырлыҡ-һынауҙарҙы ла, сир-сырхауҙарҙы ла еңеп сығырға ярҙам итә.  Үҙе әйтеүенсә, уның бөгөнгө көндә бер генә үкенесе лә юҡ, тормошонан да, балаларынан да ҡәнәғәт.

Ғүмере буйы колхозда тракторсы, комбайнсы булып эшләгән йорт хужаһы Рәүф ағайҙан ҡатынын ҡылыҡһырлап бер-ике һүҙ әйтеүен һорағас, ул ҡыҫҡа ғына итеп, апайығыҙ бик һәйбәт кеше тип йылмайҙы. Тәрән мәғәнә ятҡан был яуапта һоҡланыу, ғорурланыу ҙа, алыҫ йәшлегендә ғүмерлеккә пар итеп һайлаған хәләленән риза булыу ҙа бар ине.

Бер-береһен һанлап, ҡәҙерләп торған Үтәевтарға ҡотло донъяларының нурын һаҡлап, үҫтергән балаларының изгелеген һәм хәстәрен тойоп, аҫраған малдарының бәрәкәтен күреп тағы ла оҙон-оҙаҡ йылдар бергә йәшәргә яҙһын.  

Күптән түгел Фируза апай үҙенең күркәм юбилейын - 70 йәшен ҡаршы алды. Әҙәм балаһы өсөн был үткәндәрҙе барлау, уларға һығымта яһау осоро итеп ҡабул ителһә лә, әле башланмаған, йәшәлмәгән йылдар, кисермәгән ҡыуаныс-шатлыҡтарҙан торған матур ғүмер миҙгелдәре уны алда көтөп торһон.

Лена ХӘЙРУЛЛИНА.

Автор фотоһы.

 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: