Конгэк
-2 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
23 Сентябрь 2022, 14:00

Өмөтлө төркөм

Хаҡлы ялға сыҡҡас икенсе, ҡыҙығыраҡ тормош башлана!

Өмөтлө төркөм
Өмөтлө төркөм

Һуңғы йылдарҙа Мәләүездә скандинавса атлау тип аталған спорт төрө менән мауығыусылар күбәйеп китте. Уны “төньяҡ йөрөшө”, “норд йөрөшө”, “фин йөрөшө” тип тә атайҙар. Бигерәк тә олораҡ быуын кешеләре араһында популяр. Уларҙы “Дан” һәм Гагарин исемендәге парктарҙа йыш осратырға була.

Рәсәй чемпиондары Геннадий Дементьев һәм Зинаида Степанова тыуған яҡтарына ҡайтып, был спорт төрөн һайлаған апай-ағайҙарҙы берләштереп, бер төркөм барлыҡҡа килтереү кәрәклеге тураһында фекер йөрөтә. “Күп кеше төнъяҡ йөрөшө менән шөғөлләнгәнен күрҙем, тик улар дөрөҫ атламай ине. Туҡтап һәр береһенә ҡағиҙәләрен аңлаттым. Кешеләр йыйылыша башлағас, бөтәһен бергә йыйырға кәрәк тигән уй килде. Яйлап марафондар үткәрҙек, мәләүездәр әүҙем ҡатнашты. Хатта ауылдарҙан да ҡушыла башланылар”, – тип һөйләй Геннадий Дементьев.

Был спорт төрө менән шөғөлләнергә бер генә инвентарь кәрәк – ике ҡулға берәр таяҡ. Уларға махсус формалағы бармаҡһыҙ бирсәткәне хәтерләткән темляк ҡуйыла, йәғни һапҡа тағылған элмәк, һәр саҡ ус менән ҡыҫып тотмаҫҡа ирек бирә. Геннадий Дементьев әйтеүенсә, таяҡ тотоп ҡына атлау “төнъяҡ йөрөшө” булмай. “Ҡағиҙәләрен үтәргә кәрәк. Скандинавса йөрөү алымының үҙенсәлеге бар: һул аяҡтың үксәһе ергә баҫҡанда, уң ҡулдағы таяҡ уның менән бер һыҙаттараҡ булырға тейеш. Ергә үксә менән баҫырға кәрәк, шунан ғына ауырлыҡ аяҡ осона күсерелә”. – ти ул.  

“Өмөт” клубында шөғөлләнеүселәр «Дан» паркында һәр шишәмбе, кесе йома һәм шәмбе көндәрендә күнекмәләргә йыйыла. Был төркөм 2021 йылдың ноябрендә генә барлыҡҡа килһә лә, юғары һөҙөмтәләр күрһәтеп, уңышҡа өлгәшә. Бөгөнгө көндә улар республика “Башҡорт оҙон ғүмерлелеккә һинең юлың”(“Твой путь к башкирскому долголетию” проектында һәм Бөтә Рәсәй “Атлаусы кеше” ярышында ҡатнашыусы булып теркәлгән.

“Кеше йөрөргә, алға барырға тейеш. Һәр кемдең сәләмәт, күтәренке кәйефле, оҙон ғүмерле булғыһы килә. Әммә бының өсөн көс һалырға кәрәк. Ваҡытты компьютер йә иһә телевизор алдында үткәреү урынына саф һауала уҙғарырға кәрәк”, - ти Зинаида Исаевна. Ул төркөмдәгеләргә тәбиғәттең ҡәҙерен белергә, тирә-яҡ менән һоҡланырға өйрәтә. Күптән түгел улар бергә йыйылып, Торатау тауына менгән. “Иҫ киткес бит беҙҙең тәбиғәт!  Уның ҡосағында мин үҙемде бәхетле кеше итеп тоям һәм һәр кемде шулай уҡ бәхетле иткем килә”, – ти йылмайып Зинаида Степанова.

Мәғлүм булыуынса, таяҡҡа таяныу тубыҡҡа, быуындарға, умыртҡа һөйәгенә көсөргәнеште кәметеп, уларҙы таушалыуҙан һаҡлай. Даими йөрөү йөрәк, үпкә, эсәктәр эшмәкәрлеген яҡшырта, ҡан йөрөшөн, ҡан баҫымын көйләй, холестерин кимәлен төшөрә, артыҡ ауырлыҡтан арындыра. Ә иң мөһиме – был спорт төрө менән төрлө йәштәге кеше шөғөлләнә ала. Төркөмдөң составы ла быны иҫбатлай. Клубтың иң йәш ағзаһына 50 йәш, ә иң олоһона – 88! Ул - Александр Лазарев. 83 йәшлек Фроза Мирсаяпова ла бер күнекмәне лә ҡалдырмай.

Иҫ киткес кешеләр! Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, әүҙем тормош алып баралар. Бөгөн төркөмдә 35 кеше.“Ҡаршылыҡтарға бирешмәй, һәр көнөңдөң ҡәҙерен белеп, уны файҙалы итеп үткәрергә кәрәк”, – тип ҡабатларға ярата улар.

Тормош хаҡлы ялға сығыу менән башлана ғына! Был өләсәйҙәр һәм олатайҙар йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша, ейән-ейәнсәрҙәрен дә ҡараша. “Өмөт” клубына киләһе ярыштарҙа тик уңыштар генә теләйбеҙ!

Гөлназ САЛАУАТОВА.

Фотолар Геннадий Дементьев һәм Зинаида Степанова архивынан.

Өмөтлө төркөм
Өмөтлө төркөм
Өмөтлө төркөм
Өмөтлө төркөм
Өмөтлө төркөм
Өмөтлө төркөм
Өмөтлө төркөм
Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас: