Конгэк
+9 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
27 Сентябрь 2022, 12:05

Әүҙем оҙон ғүмер – йөрәк ҡушыуы буйынса

Ҡала һәм райондың мәҙәни сараларында ветерандарҙың сығышын ҡарап, хайран ҡалырлыҡ бит! 

Әүҙем оҙон ғүмер – йөрәк ҡушыуы буйынса
Әүҙем оҙон ғүмер – йөрәк ҡушыуы буйынса

 

Мәғлүм булыуынса, 1 октябрҙә Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө билдәләнә, рәсми булмаған исеме – Изгелек һәм ихтирам көнө

Ҡала һәм райондың мәҙәни сараларында ветерандарҙың сығышын ҡарап, хайран ҡалырлыҡ бит! Бигерәк тә һуңғы ваҡытта спорт менән шөғөлләнеүселәр күбәйҙе. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, үҙҙәренең әүҙем тормоштары менән балаларына, ейәндәренә, ғөмүмән, тирә-йүндәгеләр өсөн үрнәк булып торалар. “Сәләмәтлек” төркөмө шуларҙың береһе. Бында бөтәһе 84 кеше шөғөлләнә, шуларҙың араһында Рәйсә Хөсәйен ҡыҙы Ғәбитова ла бар.

Балаларының һәм ейән-ейәнсәрҙәренең иғтибар-ихтирамында йәшәгән апайға һоҡланмау мөмкин түгел! 32 йыл ғүмерен белем биреү өлкәһенә арнаған. Тәүҙә мәктәптә математика уҡыутыусыһы, ә аҙаҡ мәғариф идаралығында методист булып эшләгән.

“Уҡытыусы һөнәрен һайлауға атайым ҙур йоғонто яһаны. Кескәй сағымда көндәлекте уға күрһәтергә теләнем. Ундағы баһаларҙы күреп: “Мин һине физмат итәм” - тигән һүҙҙәре иҫтә ҡалды, - тип йылмая апай. -  Уның кеүек үҙ эшен яратҡан һөнәрмән булырға тырыштым. Тормошомдо яратҡан һөнәремдән башҡа күҙ алдына ла килтерә алмайым. Яҡшы һөҙөмтәләр тәү сиратта үҙ-үҙеңде, уҡыусыларыңды хөрмәт иткәндә, уларҙың һәләттәрен үҫтереп, ҡанатландырғанда ғына килеп сыға. Атайым яҡшы кеше булды, мин гел унан өлгө алдым.”

 Бөгөнгө көндә лә тик ултырмай Рәйсә Хөсәйен ҡыҙы. Уның менән әңгәмә ҡорор өсөн, буш ваҡытын оҙаҡ көтөп алдым. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, уны өйҙә осратыуы ҡыйын.

Өс бала әсәһе, алты ейәнсәренең яратҡан өләсәһе – яҡындарының һәр береһенә ваҡыт бүлергә тырыша. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул зирәк, дәртле һәм көслө. “Сәләмәтлек” төркөмөндә 12 йыл дауамында шөғөлләнеүе лә эҙһеҙ үтмәгән.

“Электән спорт менән мауығып йәшәнем. Хаҡлы ялға сығыу менән теләгем арта барҙы. “Сәләмәтлек” төркөмөнә нисек ҡушылып китеүен, әлеге көндә лә иҫләйем. Ул ваҡытта уның етәксеһе Рәйлә Назар ҡыҙы Тимербулатова мине бик йылы ҡабул итте, – тип иҫкә ала Рәйсә Ғәбитова. – Бында хеҙмәт ветерандары, һуғыш осоронан һуң тыуған балалар йөрөй. Күптәр юғары исемдәргә эйә. Ә иң мөһиме – ауырлыҡтарҙан ҡурҡмай улар. Йәйгеһен парктарҙа шөғөлләнәбеҙ, һалҡын көҙ етһә инде спорт залына күсәбеҙ, төрлө ярыштарҙа  әүҙем ҡатнашабыҙ. Был төркөмдөң күңелһеҙләнеп ултырырға ваҡыты юҡ!”

Уҡытыусы һәр яҡлап өлгө булырға тейеш, тиҙәр. Рәйсә Хөсәйен ҡыҙы үҙе лә төрлө спорт сараларында әүҙем ҡатнаша, Маҡтау грамоталары ла байтаҡ. Был ғүмерҙең һәр миҙгеле генә түгел, хатта һәр сәғәте, һәр минуты үтә ныҡ ҡәҙерле булыуын яҡшы аңлай ул. Суперөләсәй һәр көндөң матурлығына ҡыуанып, тормоштан йәм табып, ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштарына ҡыуанып йәшәй.

 “Бер урында ултырырға кәрәкмәй, йөрөргә кәрәк. Заман менән бергә атлау, бер нәмәнән дә ҡурҡмау мөһим.  Спорт сараларына алдан әҙерләнеп, бар көсөмдө туплайым, үткәндәгеһенән яҡшыраҡ сығыш яһарға тырышам. Спорт – минең тормошом, сәләмәт йәшәү рәүеше лә, әүҙем ял да, - ти Рәйсә Хөсәйен ҡыҙы.

Хөрмәтле оло йәштәге ағайҙар һәм апайҙар! Һеҙҙе ололар көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Алдағы тормошоғоҙҙа именлек, бәхетле, мул, татыу тормош теләйбеҙ. Ныҡлы һаулыҡ, әүҙем оҙон ғүмер, һәр көндөң тәмен-йәмен татып, хәҙер инде үҙегеҙ өсөн йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ!

Гөлназ САЛАУАТОВА.

Фото Рәйсә Ғәбитова архивынан.

 

Әүҙем оҙон ғүмер – йөрәк ҡушыуы буйынса
Әүҙем оҙон ғүмер – йөрәк ҡушыуы буйынса
Әүҙем оҙон ғүмер – йөрәк ҡушыуы буйынса
Әүҙем оҙон ғүмер – йөрәк ҡушыуы буйынса
Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас: