Конгэк
+24 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
31 Октябрь 2022, 09:43

Өләсәйле булыуым менән бәхетлемен

90-сы көҙөн ҡаршыланы минең өләсәйем. Мәрфуға Ғәйфулла ҡыҙы Иҫәнова бөтә ғүмерен Әбет ауылында үткәрҙе.

Өләсәйле булыуым менән бәхетлемен
Өләсәйле булыуым менән бәхетлемен

90-сы көҙөн ҡаршыланы минең өләсәйем. Мәрфуға Ғәйфулла ҡыҙы Иҫәнова бөтә ғүмерен Әбет ауылында үткәрҙе. Ҡыҙы Миңлегөлгә матур тәрбиә биргән. Кескәй генә ваҡыттан мин өләсәйемде егәрле, бөтә эшкә лә оҫта һәм тырыш кеше икәнен белеп үҫтем. Атайым һәм әсәйем менән бер тигеҙ булып тәрбиәләне: “Бәхетле, тәүфиҡлы бул, ҡыҙым”, - тип, бөгөн дә изге теләктәрен әйтеп доғаларын уҡып, оҙон юлдарға оҙата мине.

Ҡарт олатайым һәм өләсәйем Ғәйфулла һәм Хөббөниса 12 балаға ғүмер биргән. Ауыр тормош, ауырыуҙар сәбәпле уларҙың һигеҙе оло йәшенә етмәй. Күпме яҙмыштар, өмөттәр, юғалтыу-табыштар, һыҙланыу-көйөнөүҙәр аша үткәндер инде өләсәйем, был хаҡта ул үҙе генә белә. Үҫмер генә сағынан колхозда ауыр эштә йөрөгәнгәлер ҙә  хәҙер яртылаш бөкөрәйеп ҡалған инде өләсәйем.

Йәйҙәрен гел ауылда үткәрҙем, өләсәйем менән тормош көттөм. Ҡайһы саҡта әсәйемдән туңдырма йә кәнфиткә аҡса һораһам, өләсәйем шунда уҡ шифоньер тирәһендә шыбырлай башлай: “Туҡта, Миңлегөл, үҙем бирәм Гөлназыма! Тот, ҡыҙым, туңдырмаһына ла етер, аҙаҡ магазиндан берәй тәмлекәскә лә етер” - тип, тәңкәләрен йә ҡағыҙ аҡсаларын сығарып тоттора һала ине. “Ҡуй, әсәй, ҡотортмасы шуны. Кәнфит-перәник былай ҙа тулып ята...”, – әсәйемдең асыуланмай ғына һөйләнеүен ишетмәйем дә, аҡса ҡулыма инеү менән урамға сығып ҡасам. Кис етеп, йоҡларға ваҡыт етһә, түр яҡта урын һалып ятһаҡ, әкиәтһеҙ ҡадырманы мине.  Аҙаҡ арҡаны тупылдатып һөйөп ала ла: “Ҡыҙым, доға ҡылырға онотма. Аят-доға уҡып алырға ғәҙәтлән – йоҡо ла тыныс булыр, шайтандар ҙа уйҙарыңды бутамаҫ”, - ти торғайны.

Уяныуыма, һыйыр һауылып көтөүгә оҙатыла, һөт сепарат аша үткәрелгән, ә өҫтәлдә ҡаймаҡ менән тәмле көлсәләре урын алған, мейестә - икмәге. Яңы ғына бешкән икмәктең тәме, уның еҫе әле лә иҫтә. Ҡаймаҡ һылап, һөтлө сәй эсеп алғас, атайым үткерләгән салғыны алып, бесән сабырға туғайға сығып китә ине. Һыйырына, башмағына һәм һарыҡтарына мал аҙығын үҙе еткерә торғайны. Кискеһен уның ҡайтыуына мунса яғып, сәй әҙерләп көтөп ултыра инем.  Сәй ҡайнатып ҡына иркәләнеп ултыра торған өләсәй түгел ул! Колхоз ваҡытында уның салғыһын бер кеше лә ҡыуып етә алмаған бит ул! Айлап урмандарҙа эшләгәндәр ул ваҡытта.

Беҙҙең менән дә көнө буйы йөрөп күбәләшә. Ямғыр яуыпмы бакуйҙарҙы боҙһа, кеше ыңғайына сабып та маташа. 85 йәшенә тиклем ҡул салғыһы ҡулынан төшмәне уның! “Мәрфуға инәйем әллә ат алған инде аҫрарға, ҡарағыҙ әле күбәләрен!” – тип шаяртып китәләр ине күрше-күлән.

Кеше бер үҙе генә булһа, ауырлыҡты еңеп сығырға уның көсө етмәйәсәк. Ғаиләһеҙ кеше тамырһыҙ ағас кеүек. Тормош иптәшемә лә, аҙаҡ ҡыҙыма ла өләсәй була алды. Ағас ни тиклем нығыраҡ һәм тәрәнерәк тамырлана – шул тиклем мулыраҡ һут ала, нығыраҡ, сыҙамлыраҡ, сифатлыраҡ була, ҡуйыраҡ тармаҡлана. Ғаиләләр ҙә шулай уҡ.

Яҡшылыҡ менән яманлыҡты айырырға өйрәтеүсе кешемә ни теләһәң дә аҙ кеүек. Иң беренсе, уға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйем, тормошҡа шатланып йәшәһен дә йәшәһен. Ни тиклем бәхетле булыуымды ошондай мәлдәрҙә тағы ла нығыраҡ аңлайым. Рәхмәт һиңә, Өләсәй!

Гөлназ САЛАУАТОВА.

Фото архивтан.

Өләсәйле булыуым менән бәхетлемен
Өләсәйле булыуым менән бәхетлемен
Өләсәйле булыуым менән бәхетлемен
Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас: