Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Беҙҙең эргәлә
1 Декабрь 2022, 10:15

Ҡояш инәй

Тормоштоң ай-һай ауыр ваҡыттары булған. Мәләүез районында йәшәгән 94 йәшлек  Сәмсикамал Бураканова һуғыш йылдарында тиҫтерҙәре менән урманын да киҫә, һал ағыҙыу кеүек эштәр ҙә уны урап үтмәй. Ҡул бысҡыһы менән көнөнә 17-шәр ҡарағай ағас киҫеп, ҡышын ылыҫлы ботаҡтарҙан ҡоролған ҡыуышта йоҡлап йөрөп  эшләп үҫмерҙәргә еңел бирелмәй. Иғтибар итегеҙ: бер "КамАЗ" -ға тейәрлек ағасты ҡул бысҡыһы менән быс әле!

Йылдан-йыл Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә үҙ өлөшөн индергән ветерандар һаны кәмей. Йәш быуынға уларҙың ауыр яҙмышы, тарихы  тураһында еткереү -  беҙҙең изге  бурыс. Арыҫлан ауылында йәшәп, һуңғы йылдарҙа Первомай ауылында ҡыҙында ғүмер кисергән  94 йәшлек Сәмсикамал Бураҡанова  менән осрашып әңгәмәләшеү мөмкинлеге тыуғас, шатланып риза булдыҡ. Инәй тураһында мәҡәлде гәзитебеҙҙең 48-се һанында уҡығыҙ.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: