Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Реклама
8 Апрель 2021, 16:35

Матурлыҡ донъяһы һеҙҙе көтә

«ШЕЛКОВЫЙ ПУТЬ» көн һайын тәнәфесһеҙ һәм ялһыҙ иртәнге 10-дан киске 8-гә, йәкшәмбе иртәнге 10-дан киске 7-гә тиклем эшләй.Уның адресы: Смоленск урамы, 52. Һорауҙар менән 8-987-244-46-96 телефоны аша мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Ҡаланың Смоленск урамы, 52-се йортонда урынлашҡан «Шелковый путь» магазинына инеп сыҡҡас, «урын кешене биҙәмәй, кеше урынды биҙәй» тигән һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөнә тағы бер ҡат инандым. Айырым зауыҡ менән биҙәлгән, үҙенә генә хас нуры, ҡото булған магазинға барып ингәс тә, мин уны матурлыҡ донъяһы тип атаным һәм шунда уҡ хужаһы менән танышыу теләге тыуҙы. Үҙен күреп белмәһәм дә, башҡаларҙың уны «рухлы егеттәрҙең береһе ул» тип ҡылыҡһырлағандарын ишеткәнем бар ине.
Мәләүездең иң зауыҡлы магазиндарының береһе булған «Шелковый путь» хужаһы, булдыҡлы замандашым Радик Дәүләтшин атлы егет булып сыҡты. Әңгәмә барышында уның ипле һәм тыйнаҡ кеше икәнен аңланым. «Минең турала яҙмағыҙ, һүҙ бары тик магазин хаҡында барһын» тип алдан уҡ киҫәтеп ҡуйҙы ла, рухлы егет булараҡ, һөйләшеүҙе милләтебеҙгә, телебеҙгә һәм киләсәктә хәл итәһе мөһим мәсьәләләргә күсерҙе. Әңгәмә аҙағынаса күңелемде «бына тигән йәштәребеҙ бар әле!» тигән уй йылытып торҙо.
Бынан ете йыл элек асылған магазин бөгөн дә уңышлы эшләп килә. Унда ингән һәр кем үҙе теләгән әйберен таба. Ултырғыс, карауат-диван япмалары, ашъяулыҡтар, йомшаҡ пледтар, юрған-мендәр тыштары, кәпрән, таҫтамал кеүек көнкүреш кәрәк-яраҡтары, шулай уҡ кейем-һалым һатыла.
Үҙебеҙҙең район-ҡала кешеләре генә түгел, сит яҡтан да киләләр икән унда. Бигерәк тә туй, тыуған көн, юбилейҙарға бүләк алыу өсөн уңайлы «Шелковый путь». Тәжрибәле һатыусылар яҡын кешеһенә нимә һайларға белмәй баш ватҡандарға ярҙамға килергә әҙер. Улар өсөн сертификаттар ҡаралған. Ҡайһы бер осраҡта ниндәйҙер бүләк урынына тәғәйен хаҡлы сертификат биреү күпкә отошлораҡ та. Магазинда уларҙың 500, 1000, 1500, 2000, 3000 һумлыҡтары бар.
Бик йыш ҡына төрлө акциялар ҙа ойошторола, теге йәки был тауарҙы арзаныраҡ хаҡҡа алыу ҙа ҡыҙыҡтыра һатып алыусыларҙы.
- «Шелковый путь» асылғандан алып бына инде ете йыл һатыусы булып эшләйем. Магазин үҙе, эш хаҡының ваҡытында түләнеүе, етәкселек яғынан һәйбәт мөнәсәбәт оҡшай. Беҙҙең даими һатып алыусыларыбыҙ бар, - ти Валентина Подрядова.
Бөгөнгө мул заманда бер нәмәгә лә ҡытлыҡ юҡ юҡлыҡҡа, кибет кәштәләре әйберҙән һығылып тора, тик уның сифатлыһын табыу ғына еңел мәсьәлә түгел. «Шелковый путь» иһә күләм артынан ҡыумай, халыҡҡа бары тик сифаты юғары булған тауар тәҡдим итә.
Йортҡа матур әйберҙәр ҡот бирә, карауаттағы зауыҡлы япма, өҫтәлдәге сағыу ашъяулыҡ та уға йәм өҫтәй. Эштән арып ҡайтып, йыуыныу бүлмәһендәге йомшаҡ, сигеүле таҫтамалға бит һөртөү ҙә кеше кәйефен күтәрергә һәләтле. Һарыҡ, дөйә йөнөнән һырылған юрған ябынып йоҡлау тәнгә ял бирә. Магазинда мендәрҙең дә йәнең теләгәнен һайларға була, бөгөн уның күптәр тәбиғи материалдарҙан эшләнгәнен һайлай.
Унда өйҙә кейеү өсөн уңайлы костюмдар, никахҡа, аят ашына барғандарға оҙон еңле күлдәктәр ҙә бар.
- Бөгөн балаларҙың да үҙ зауығы бар бит, сабыйҙарын эйәртеп килеп әйбер һайлағандар ҙа етерлек беҙҙә, - ти һатыусылар. Магазинда кескәйҙәр өсөн төрлө һүрәт төшөрөлгән сағыу түшәк комплекттары, таҫтамал һәм кейемдәр һатыла.
«Шелковый путь» көн һайын тәнәфесһеҙ һәм ялһыҙ иртәнге 10-дан киске 8-гә, йәкшәмбе иртәнге 10-дан киске 7-гә тиклем эшләй.
Уның адресы: Смоленск урамы, 52. Һорауҙар менән 8-987-244-46-96 телефоны аша мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Читайте нас: