Конгэк
+19 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
6 Апрель 2018, 11:33

Төп бурыс-халыҡ хәүефһеҙлеге

Ҡар күп булмаһа ла, тупраҡтың, йылғаларҙа боҙҙоң 1 метрҙан ашыу туң булыуына бәйле, ташҡын хәүефе һаҡлана. Тимәк, ҡар һыуҙары ергә һеңмәй, боҙ өҫтөнән аға.

Ҡар күп булмаһа ла, тупраҡтың, йылғаларҙа боҙҙоң 1 метрҙан ашыу туң булыуына бәйле, ташҡын хәүефе һаҡлана. Тимәк, ҡар һыуҙары ергә һеңмәй, боҙ өҫтөнән аға.

“Дорремстрой” йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре өсөн ҡыҙыу эш мәле. Беҙҙең ижади төркөм уларҙың ҡаланың үҙәк майҙанын ҡарҙан таҙартҡан мәленә тура килде. Прораб Виктор Куляшов һүҙҙәренә ҡарағанда, урамда 6 берәмек техника эшләй. Боҙлауыҡ хәүефе һаҡланыуға бәйле, юлдарға ҡом ҡатнашмаһы ла һибелә.
- Ҡышҡы айҙарҙа ҡар яуғанда беҙ эште иртәнге сәғәт 6-ла башлайбыҙ. Йәйәүлеләр өсөн күпер, Буранғолов урамындағы юл үткәргес, социаль объекттарға юлды таҙартыу беренсе сиратта башҡарыла. Яҙғыһын һыу ағыу торбалары, лотоктарҙы боҙҙан таҙартыу ҙа - беҙҙең яуаплылыҡта”, - ти Виктор Викторович.
Кадрҙар, яғыулыҡ-майлау материалдарына ҡытлыҡ юҡ предприятиела. Көн дә рейс алдынан хеҙмәтте һаҡлау, хәүефһеҙлек талаптарын үтәү буйынса инструктаж уҙғарыла.
Һүрәттә: “Дорремстрой” йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре эш ваҡытында.
Автор фотоһы.
Читайте нас: