Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
25 Апрель 2018, 15:45

Үлән һәм сүп-сар яғыу закон менән тыйыла

Рәсәй Хөкүмәте 2015 йылдың 10 ноябрендә янғынға ҡаршы режим ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр индереү тураһында ҡарар сығарҙы. Уға ярашлы, Рәсәйҙә баҫыуҙағы, ҡамыл һәм ҡороған үләнде яғыу тыйыла.

Рәсәй Хөкүмәте 2015 йылдың 10 ноябрендә янғынға ҡаршы режим ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр индереү тураһында ҡарар сығарҙы. Уға ярашлы, Рәсәйҙә баҫыуҙағы, ҡамыл һәм ҡороған үләнде яғыу тыйыла.
Йыл һайын ҡороған үләнгә ут төртөү сәбәпле урманға, ауыл хужалығы ерҙәренә, тораҡ пункттарға ҙур зыян килтерелә, гектарлап ағас, баҫыу, йәнлектәр янып юҡҡа сыға, хатта кешеләр һәләк була.
Яҙғы янғын хәүефле осор етеү менән Мәләүез район биләмәһендә лә сүп-сар һәм кипкән үлән яныу осрағы артыуы теркәлде. Был күренеш район-ҡала халҡының йорт-хужалыҡтарын тәртипкә килтерә башлауына бәйле. Үҙ биләмәңде, ихатаңды йыйыштырыу - бик яҡшы, әммә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәү мотлаҡ. Һәр кем иҫендә тоторға тейеш: сүп-сарҙы яндырыу тыйыла! Йылдар буйы сабылмаған ҡоро үлән балаларҙың да иғтибарын йәлеп итә. Былтыр яҙғы осорҙа ҡороған үләнгә ут төртөү сәбәпле, башҡа төбәктәрҙә тотошлайы менән юҡҡа сыҡҡан тораҡ пункттар булды.
Янғын хәүефен иҫкәртеү өсөн һәр йорт хужаһы түбәндәге ҡағиҙәләрҙе үтәргә тейеш:
- биләмәләрҙе үҙ ваҡытында сүп-сарҙан, кипкән япраҡ-үләндән таҙартырға;
- йорт-ҡаралты янына һыулы һыйымдар, ҡыйыҡҡа етерлек һәм ҡыйыҡҡа ла баҫҡыс ҡуйырға;
- бинанан ҡоролмаға ут күсмәһен өсөн янғынға ҡаршы һыҙаттар эшләргә;
- эҫе һәм көслө ел булған көндә усаҡ, мейес яҡмаҫҡа, янғын хәүефле эштәр башҡармаҫҡа;
- газ баллонын, тиҙ янған шыйыҡсаларҙы ҡарауһыҙ ихатала ҡалдырмаҫҡа;
- ватыҡ шешә, быялалар ҡояшлы көндә линза кеүек нурҙы йыя, һөҙөмтәлә уның аҫтындағы ҡоро үлән янырға мөмкин;
- электр селтәрҙәрен, көнкүреш приборҙарын, мейесте, газ плиталарын төҙөк булғанда ғына тотонорға, ҡулланғанда һаҡлыҡ сараларын күрергә; уларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа; эшләгән приборҙарҙы, янған мейесте ҡарауҙы балаларға ҡушмаҫҡа.
Балаларҙың ут менән уйнауына юл ҡуймаҫҡа! Шуны онотмағыҙ: йорт биләмәһен, баҡса, дача участкаһын янғын хәүефһеҙлеге менән тәьмин итеү яуаплылығы уларҙың хужаларына йөкмәтелә.
Шуға бәйле, район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм иҫкәртеү эше бүлеге граждандарға сүп-сарҙы яҡмаҫҡа, ә уны заманса ысул менән утилләштерергә кәңәш итә. Бынан тыш, үрҙә әйтеп китеүебеҙсә, һәр кем ихатаһына һыулы мискә, ут һүндергес, бер нисә күнәк ҡуйырға тейеш. Ошо ябай ғына ҡағиҙәләр мөлкәтте генә түгел, ә бәлки кемдеңдер ғүмерен һаҡлап ҡалыуы ихтимал.
Янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙған өсөн физик һәм юридик шәхестәргә 2 меңдән 200 мең һумға тиклем штраф төрөндә административ һәм енәйәти яуаплылыҡ ҡаралған.
Раил ҒАЙСИН,
район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм иҫкәртеү эше бүлеге начальнигы.