Конгэк
-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Ауыл халҡында техника күп, ул дөрөҫ ҡулланыламы?

Аптраҡ ауыл биләмәһендә теркәлгән ауыл хужалығы техникаһы хужалары менән уҙған осрашыуҙа дәүләт техник күҙәтеүе инспекцияһы секторы мөдире Динис Иҫәкәев район-ҡала 1850 үҙйөрөшлө машина һәм уларға 350 берәмек тағылма иҫәптә тороуын билдәләне.

Аптраҡ ауыл биләмәһендә теркәлгән ауыл хужалығы техникаһы хужалары менән уҙған осрашыуҙа дәүләт техник күҙәтеүе инспекцияһы секторы мөдире Динис Иҫәкәев район-ҡала 1850 үҙйөрөшлө машина һәм уларға 350 берәмек тағылма иҫәптә тороуын билдәләне. Шуларҙың 624 -е шәхси милектә. Уҙған йыл 1500 техника тикшереүгә тәҡдим ителгән, шуларҙың ни бары 70 процентҡа яҡыны экология һәм хәүефһеҙлек талаптарына яуап биреүе асыҡланған.
Район биләмәһендә трактор һәм машина, тағылмаларға тикшереү уҙғарылып, уның йомғағы буйынса милекселәргә техниканы хәүефһеҙ ҡулланыу тураһында танытма тапшырыла. Төҙөк булмаған осраҡта етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү талап ителә, ошонан һуң ғына техник сара ҡулланыуға ярай тип табыла. Һуңғы йылдарҙа тикшереү мобиль эш урынында уҙғарыла. Шулай уҡ күптәр дәүләт хеҙмәте менән ҡулланыу өҫтөнлөгөн һайлай.
- Яуаплы орган тарафынан ҡабул ителгән сараларға ҡарамай, милекселәр ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғалары теркәлә. Уҙған йыл республикала ошондай 52 осраҡта 20 кешенең ғүмере өҙөлдө, 20-һе төрлө дәрәжә тән йәрәхәте алды. Тикшереү барышында, 16 осраҡта тракторсы-машинистар тарафынан хәүефһеҙлек сараһы күҙәтелмәүе, 9 -да идара итеү, 15 осраҡта юл хәрәкәте ҡағиҙәһе һаҡланмауы асыҡланған. Вәкәләтле етәкселәрҙең техника менән идара итеүгә таныҡлығы, шулай уҡ төҙөк булмаған, күҙәтеү үтмәгән техниканы эшкә йәлеп итеүенә бәйле килеп сыға бындай күңелһеҙ хәл.
2017 йылда районда “Дом-сервис”, “Дружба” йәмғиәте тракторҙары юл ситенә осто, Партизан ауыл биләмәһе тракторы юл ситен сапҡанда, ерҙән күтәрелеп торған яғыулыҡ-майлау станцияһы торбаһын зыянлауы тураһында миҫалдар килтерҙе Динис Сәлих улы.
Шулай уҡ уҙған йыл техник күҙәтеү инспекцияһы 6 профилактика операцияһы барышында 91 етешһеҙлек асыҡланған. Уларҙың күбеһе үҙйөрөшлө машина һәм уларға тағылма ҡулланыуҙағы талаптарҙы боҙоу, ОСАГО полисы булмау, танытмаһыҙ идара итеүгә бәйле.
Шәхси милектә үҙйөрөшлө техника һәм уларға тағылмаһы булған Аптраҡ ауыл биләмәһе милекселәре менән осрашыу барышында дәүләт техник күҙәтеүе секторы мөдире уларҙы ҡулланыу барышында бәхетһеҙлек осрағына юл ҡуймау, теркәү һәм иҫәптән төшөрөү, танытма алыу, алмаштырыу ваҡыты тураһында мәғлүмәт бирҙе. Шулай уҡ дәүләт техника күҙәтеү инспекцияһы белгестәре Аптраҡ биләмәһе хакимиәтенә урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы сиктәрендә һатып алынған “Белорус 82.1” тракторында техника күҙәтеүен уҙғарыу тәртибе тураһында күргәҙмә материал тәҡдим итте.
Ауыл хакимиәте башлығы Зөфәр Ғималетдинов йыйылыусыларға техниканы төҙөк тотоу, хәүефһеҙлек сараларын күҙәтеү, һалым түләү тәртибе тураһында аңлатма бирҙе.