Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
4 Сентябрь 2018, 12:03

Ғәйепһеҙ өҙөлгән ғүмерҙәр

Терроризм тураһында күңел өшөткөс ваҡиға хафаға һала.

Ни сәбәптәндер, ул заман афәтенә әүерелеп бара. Ниндәйҙер идеяларға табынған ҡораллы әҙәмдәр һуҡыр рәүештә үҙ маҡсаттарына өлгәшеү ҡиммәттәрҙе буш ғәмәл итеп, кеше ғүмерен өҙә. Шартлы рәүештә терроризм бер нисә төргә бүленә.
Ғәҙәттә, улар халыҡ күп йыйылған урында эш итә, ә маҡсаттары - үҙҙәренең бөтә көстәрҙән өҫтөн, юғары булыуын күрһәтергә маташыу, ҡурҡыу уятыу.
2004 йылдың 1 сентябрендә Төньяҡ Осетияның Беслан ҡалаһында булған ҡот осҡос ваҡиға хәтерегеҙҙәлер. Бер төркөм ҡәбәхәттәр мәктәпкә байрам айҡанлы йыйылған балаларҙы, уҡытыусыларҙы, ата-әсәләрҙе, йәғни, меңдән ашыу кешене әсиргә алды. Мәхшәр ике көн ярымға һуҙылды. Иң ҡурҡынысы, әлбиттә, 334 кеше, шул иҫәптән 186 баланың ғүмере өҙөлөүе. Бында 27 террорсы юҡ ителде.
Америка Ҡушма Штаттарында террорсылар 2011 йылдың 11 сентябрендә Бөтә донъя сауҙа үҙәген шартлатты, һөҙөмтәлә 5417 кеше ғүмере өҙөлдө.
Рәсәйҙә лә ҡабатланып тора улар. Ошондай ваҡиғалар “Терроризмға ҡаршы көрәш” Федераль законын ҡабул итергә этәргес көс булды. 2000 йылдан башлап донъяла 423 террор акты теркәлгән.
1999 йылда Мәскәүҙә бер нисә көн айырма менән күп фатирлы йорттарҙа шартлауҙа 124 кеше ғүмере өҙөлдө;
2002 йылдың 9 майында Каспийск ҡалаһында хәрби парад мәлендә 45 кеше һәләк булды;
2002 йылда 50 боевиктар театрҙа “Норд-Ост” тамашаһы барғанда һөжүм итте. 130 кеше һәләк булды;
2017 йылдың 3 апрелендә Санкт-Петербург ҡалаһында ер аҫты метроһында ла шартлау яңғыраны. Был исемлекте дауам итергә мөмкин. Сауҙа нөктәләре, самолет, тимер юлы вокзалдары, метро, йылға порттары, мәктәп, ял йорттары. Хәүеф бөтә ерҙә лә янай.
Мәғариф учреждениелары хәүефтән һаҡланмаған тармаҡ икәнлеге билдәле, бөгөн унда һаҡлау системаһы нығытылды кеүек. Әммә... Ғәҙәттә, беҙҙең илдә тәүге осорҙа шаулап алалар ҙа, аҙаҡ уй-ниәттәр онотола, тоноҡлана һымаҡ. Яңы уҡыу йылы алдынан бер нисә мәктәпкә, балалар баҡсаһына барырға тура килде. Көндөҙ ҡапҡа бикле, әммә тап ата-әсәләр килгән мәлдә, был учреждениеларға бер ҡаршылыҡһыҙ инергә, теләгән нәмәне индерергә мөмкин икәнлегенә инандым. Беҙ иһә балаларыбыҙ именлегенә ышанабыҙ. Бәләкәй генә тәжрибә шундай фекер тыуҙырҙы: беҙҙә халыҡ киң күнелле, ихлас, ҡайһы саҡта артыҡ бошмаҫ та. Ипле, итәғәтле һөйләшһәң, теләгән урынға индергә мөмкин. Ә террорсылар махсус мәктәп, әҙерлек үтә.
Мәҡәләнең аҙағын гәзиттең 71-се һанында уҡығыҙ.