Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
3 Октябрь 2019, 16:36

Дарыуҙарҙы тамғалау бара

Республика дауаханалары дарыуҙарҙы тамғалау системаһына ҡушылды. Был ысул дарыуҙың етештереүсенән ҡулланыусыға тиклем үткән юлын күҙәтеү мөмкинлеге бирә. Һөҙөмтәлә һатып алыусыны сифатһыҙ дарыу алыуҙан һаҡлай.

Республика дауаханалары дарыуҙарҙы тамғалау системаһына ҡушылды. Был ысул дарыуҙың етештереүсенән ҡулланыусыға тиклем үткән юлын күҙәтеү мөмкинлеге бирә. Һөҙөмтәлә һатып алыусыны сифатһыҙ дарыу алыуҙан һаҡлай. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров:
– Был бик мөһим тема. Ул кешеләрҙең һаулығына һәм именлегенә бәйле, – тип, республикалағы медицина һәм фармацевтика ойошмалары менән мәғлүмәт эше алып барырға һәм дарыуҙар сифатын тикшереү буйынса системаға ҡушылыуын контролгә алырға ҡушты.
Был эште ойоштороу үҙәге итеп Өфө ҡалаһының 21-се клиник дауаханаһы билдәләнде. Ул тәүгеләрҙән булып яңы системаға ҡушылды һәм башҡа медицина учреждениеларында аңлатыу эше алып бара.
2020 йылдың 1 ғинуарына тиклем дарыу һатыу менән шөғөлләнгән барлыҡ медицина учреждениелары ла яңы системаға инергә тейеш. Дарыуханала дарыуҙарҙың сифатын смартфон ярҙамында йә сканер аша һәр кем үҙе тикшерә ала.
Тимәк, бынан ары беҙгә сифатлы дарыу һаталармы әллә ялған препарат биреп, алдайҙармы, тип ҡурҡырға түгел. Юғиһә, әлегә тиклем дарыуханаларҙағы дарыуҙарҙың яртыһы ялған икән, тигән имеш-мимеш ишетеп, йыш ҡына кемгә ышанырға ла белеп булмай ине. Яңы системаның төп маҡсаты - ялған дарыуҙар һатыуға юл ҡуймау. Бөтә өмөтө дарыуҙа ғына булған ауырыуҙар зыян күрмәһен, һатып алған дарыуының файҙаһын күрһен, шифаһы тейһен.