Бөтә яңылыҡтар

Һаҡлыҡ саралары күрелә

Уҙған аҙнала район хакимиәтендә короновирус инфекцияһына бәйле ултырыш уҙҙы. Район етәксеһе Рөстәм Шәмсетдинов республика Башлығы Радий Хәбировтың сирҙән һаҡланыу саралары хаҡындағы ҡарары менән таныштырҙы, район һәм ҡалалағы дөйөм хәл тураһында мәғлүмәт бирҙе.

Ултырышта ҡала дауаханаһы, район мәғариф бүлеге, халыҡты социаль яҡлау үҙәге, пенсия фонды идаралығы етәкселәре, хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм башҡа ойошма, предприятие вәкилдәре сығыш яһаны.
Беҙҙең районда тотороҡло хәл һаҡлана. Халыҡ күпләп йөрөгән урындарҙа һаҡлыҡ саралары ҡулланыла, аңлатыу эштәре алып барыла.