Бөтә яңылыҡтар

Пляждар тулыһынса әҙер түгел

Үткән аҙнала ғына Мәләүез районында дүрт кеше һыуҙа батып үлгән. Бындай фажиғәле ваҡиғаларҙы булдырмау өсөн ҡала муниципалитеты вәкилдәре, ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса белгестәр, эске органдар менән берлектә Нөгөш һыу һаҡлағысы, ҡала быуаһы ярындағы һыу инеү урындарын тикшерҙе, иҫкәртеү эше алып барҙы.

Ял көндәрендә көн сағыштырмаса эҫе, һыу кимәле юғары булғанға, йылынып өлгөрмәгән. Шулай ҙа яр буйында ҡыҙынған халыҡ байтаҡ. “Урман әкиәте” ял йортонда ҡотҡарыу посы, һыу һәм һауа температураһын күрһәткән мәғлүмәт бар. Ҡотҡарыусылар йылға төбөн сүп-сарҙан таҙартҡан. Күмертау авиация предприятиеһына ҡараған режимлы объект, карантин осоронан алып эшен башламаған. “Дубрава” һәм башҡа тағы бер нисә базала һыу инергә ярамағанлығы тураһында иҫкәртеү булһа ла, яр буйында өлкәндәр күҙәтеүе аҫтында һыу сәсрәтеп уйнаған бала-саға күренә.
Ҡала биләмәһе хакимиәте муниципаль күҙәтеү бүлегенең әйҙәүсе белгесе Альмира Ҡудашева әйтеүенсә, бындай саралар аҙна һайын үткәреләсәк.