Конгэк
+15 °С
Болотло
TelegramVKОК
Ә һеҙ унан ниндәй аҙыҡ әҙерләйһегеҙ?
Бөтә яңылыҡтар

Кем ғәйепле?

Төбәкте ут ялмауына кем ғәйепле?Әлшәй, Архангел, Бәләбәй, Бүздәк, Дүртөйлө, Йылайыр, Кушнаренко, Стәрлебаш, Туймазы, Саҡмағош һәм Шишмә райондары биләмәһендә дүртенсе, Хәйбулла, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Стәрлетамаҡ һәм Федоровка райондарында бишенсе класлы янғын хәүефе билдәләнә. фото:ufatoday.ru

Июль айындағы эҫелеккә бәйле ҡала-ауылдарҙа һәм урмандарҙа янғын осраҡтары йышайҙы. Бөгөн Башҡортостан урмандарында юғары дүртенсе һәм бишенсе класлы янғын хәүефе күҙәтелә.
Рәсәйҙең Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, Әлшәй, Архангел, Бәләбәй, Бүздәк, Дүртөйлө, Йылайыр, Кушнаренко, Стәрлебаш, Туймазы, Саҡмағош, Шишмә, Хәйбулла, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Стәрлетамаҡ һәм Федоровка райондарында юғары янғын хәүефе билдәләнә.
Хәлде һауа торошо ғына түгел, кеше факторы ла ҡатмарлаштыра: тәбиғәт ҡосағына ял итергә, бесән әҙерләргә сығыусылар урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре талаптарын һанға һуҡмай. Урман янғындары сығыуға сәбәп булып тәбиғәт ҡосағында ут менән эш иткәндә һаҡһыҙ ҡыланыу, битарафлыҡ, ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге һәм башҡа ерҙәрҙә ҡоро үлән һәм сүп-сар яндырыу тора.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: урмандарҙа һәм улар янында янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙған, үҙ белдегең менән ҡоро үлән яндырған өсөн РФ-ның Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексҡа ярашлы административ һәм РФ Енәйәт кодексы буйынса енәйәти яуаплылыҡ, ғәйепленән күрелгән зыянды ҡаплаттырыу, 4 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү ҡаралған.
Читайте нас в