Конгэк
+21 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
9 Февраль 2021, 17:35

Ҡабандарҙы ата башлайҙар

Халыҡ тажлы вирустан тамам йонсоғанда тағы яңы афәт ишек ҡаға. Башҡортостан менән сиктәш Әлмәт районында ла (Татарстан) ауырыу сығанағы табылған. Унда һунарсылыҡ хужалығында ҡабандың түшкәһен тикшергәндә тағун (чума) геномы асыҡланған. Ҡош киҙеүе буйынса ла хәл тотороҡһоҙ. Татарстан һәм Силәбе өлкәһе хужалыҡтарында – бер нисә осраҡ. Башҡортостанда сир йоҡтороу осраҡтары теркәлмәһә лә, Рәсәй төбәктәрендә хәл көсөргәнешле.

Башҡортостанда сусҡалар араһында Африка тағуны таралыу хәүефенә бәйле ҡырағай ҡабандарҙы ата башлайҙар. Уларҙың һаны 4 мең гектарҙа берәүҙән артмаҫҡа тейеш. Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа сусҡаларҙы ялан кәртәгә сығармаҫҡа кәңәш ителде. Сусҡасылыҡ хужалыҡтары тирәләй 10 саҡрым радиуста бер ҡабан да булырға тейеш түгел.
Башинформ хәбәр итеүенсә, Радий Хәбиров Ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығына хайуандарға һәм ит продукцияһына контролде көсәйтергә ҡушты.
Читайте нас: