Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
24 Февраль 2021, 13:38

Бүреләр һөжүм итә

Февраль-март айҙарында бүреләргә осрап ҡуймағыҙ, уларҙың “туй” осоро. Ҡар ҡалын, асығыуҙары етһә, ауылға ла инеүҙәре бар. Урындағы матбуғат хәбәр итеүенсә, Дыуан районының Митрофановка ауылы янында һунарсылар бер һәм ике йәшлек биш бүрене атып алған. Йыртҡыстар хаҡында һунарсылыҡ инспекцияһына ауыл халҡы шылтырата. Биш кешенән торған бригада шунда уҡ әйтелгән урынға йүнәлә һәм өйөр артынан ҡыуа төшә.Ә беҙҙең ауылдарҙа ниндәй хәлдәр бар?Фото - "Дуванские вестники " гәзитенән.

Бүреләрҙе “урман санитарҙары” тип атайҙар, сөнки тәбиғәттә барыһы ла камил, улар ауырыу йәнлектәрҙе аулай, ғәҙәттә, сәләмәттәре тоттормай ҙа.
Ә февраль-март айҙарында бүреләр ҡурҡыныс, уларҙың “туй” осоро. Ҡар ҡалын, асығыуҙары етһә, ауылға ла инеүҙәре бар. Улар бик аҡыллы, һаҡ йәнлектәр, шулай ҙа һыуыҡ көндәрҙә ашарға эҙләп, кеше йәшәгән урынға яҡынлаша, халыҡтың мал-тыуарына һөжүм итә. Был хәл бүреләрҙең саманан артыуы тураһында ла һөйләй. Һуңғы осорҙа республиканың төрлө төбәктәрендә ошондай хәлдәрҙең йыш күҙәтелеүе билдәләнә.
Урындағы матбуғат хәбәр итеүенсә, Дыуан районының Митрофановка ауылы янында һунарсылар бер һәм ике йәшлек биш бүрене атып алған. Йыртҡыстар хаҡында һунарсылыҡ инспекцияһына ауыл халҡы шылтыратып әйтә. Биш кешенән торған бригада шунда уҡ әйтелгән урынға йүнәлә һәм өйөр артынан ҡыуа төшә.
Ә беҙҙең ауылдарҙа ниндәй хәлдәр бар?
Фото - "Дуванские вестники " гәзитенән.