Конгэк
+29 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Ер убылған

Баш ҡалала төндә яуған ҡойма ямғырҙан һуң Цюрупа һәм Коммунистар урамдары киҫелешендә ер убыла. Өс метр тирәһе тәрәнлектәге һәм 2,5х4 метр киңлектәге соҡорға «Рено Логан» автомобиле төшөп китә.

Баш ҡалала төндә яуған ҡойма ямғырҙан һуң Цюрупа һәм Коммунистар урамдары киҫелешендә ер убыла. Өс метр тирәһе тәрәнлектәге һәм 2,5х4 метр киңлектәге соҡорға «Рено Логан» автомобиле төшөп китә. Ғәҙәттән тыш ваҡиға тураһында ҡотҡарыусылар сәғәт төнгө өс тирәһендә хәбәр ала. Шунда уҡ ваҡиға урынына Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығы, ЮХХДИ, Ашығыс ярҙам хеҙмәттәре йүнәлә. “Автомобиль соҡорҙан сығарылып, эвакуацияланды. Зыян күреүселәр юҡ. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана. "СУРСИС" идаралығы юл участкаһын тәртипкә килтерәсәк”, - тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтенән. Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы журналистары хәбәр итеүенсә, такси водителе Павел Демин нимә булғанын тиҙ генә аңламаған. Машина соҡорға әкрен генә ҡолаған. Көслө автомобиль ағымы сығырға ирек бирмәгән. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре автомобилдең артҡы ишеген асып, водителде ҡотҡарған
Автор:Aйзиряк Ишбулатова
Читайте нас: