Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Янғын таралыу хәүефе юҡ

Уҙған аҙнала ҡаланан ситтә ятҡан сүп-сар полигонында ут сығыу хаҡындағы мәғлүмәтте халыҡҡа социаль селтәр аша еткергәйнек инде. Кешеләрҙән насар еҫ, төтөн сәбәпле тәҙрәләребеҙҙе лә аса алмайбыҙ тигән смс-хәбәрҙәр ҙә алдыҡ.

Бурҙан ҡала, уттан ҡалмай, ти халыҡ. Эҫе, ямғырһыҙ һауа торошо төрлө күңелһеҙ хәлдәргә килтерә, янғын осраҡтары арта.
Уҙған аҙнала ҡаланан ситтә ятҡан сүп-сар полигонында ут сығыу хаҡындағы мәғлүмәтте халыҡҡа социаль селтәр аша еткергәйнек инде. Кешеләрҙән насар еҫ, төтөн сәбәпле тәҙрәләребеҙҙе лә аса алмайбыҙ тигән смс-хәбәрҙәр ҙә алдыҡ. Хәлгә асыҡлыҡ индереү өсөн урындағы етәкселек менән бәйләнешкә инергә тура килде. Райондың янғын һүндереү бүлеге начальнигы Денис Сорокин белдереүенсә, янғын һауа температураһының артыҡ юғары булыуы сәбәпле сыҡҡан.
Уҙған аҙнала ташландыҡ полигондағы хәлде асыҡлар өсөн районға Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров килде. Ул янғын урынын барып ҡараны һәм район хакимиәте етәкселеге менән унда эшләгән техника һанын арттырыу, тиҙ арала янғынды тулыһынса һүндереү, Башҡортостандың Экология министрлығы менән берлектә сүплектә рекультивация үткәреү өсөн кәрәкле документтар әҙерләргә һәм федераль бюджеттан аҡса юлларға ҡушты.
Беҙ барғанда полигонда асыҡ янғын сығанағы бөтөрөлөп, быҫҡып, насар еҫ сығарып ятҡан урындарҙы балсыҡ менән күмеү бара ине. Унда янғын һүндереү бүлеге техникаһы һәм хеҙмәткәрҙәре дежурҙа тора, тирә-яҡҡа ялҡын таралыу ҡурҡынысы юҡ.
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: