Конгэк
+18 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Һыу иғтибарһыҙлыҡты ғәфү итмәй

Был шәмбелә һыуһаҡлағысҡа ял итергә килгән ир үлемесле яраланғанЭҫе йәй көндәрендә күпселек халыҡ ял итергә яр буйына ашҡына. Тик бар ерҙә лә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәләме, ял ҡурҡыныс янамаҫлыҡ итеп ойошторолғанмы? Нөгөш һыуһаҡлағысына Юғары-Ағиҙел инспекторлыҡ участкаһы инспекторҙары менән рейдҡа сыҡтыҡ.“Үткән ял көндәрендә Октябрьский ҡалаһынан ике ғаилә ял итергә килгән. Заманында Асылыкүл, Ҡандракүлде йөҙөп сыҡҡан спортсы Нөгөштә лә үҙенең көсөн һынап ҡарарға ниәтләй. Йыраҡтан күренеп торһон өсөн аяғына ҡыҙыл төҫтәге шар (буек) беркеткән. Аҙ һыйҙырышлы судно, катер водителдәре күргән уны, ә Нөгөштә улар йөҙләгән, күптәре урап үткән. Яр ситенә 200 метр ҡалараҡ йәш ир бер катерҙың винтына эләгә, аяғын йәрәхәтләй. Күп ҡан юғалтыуҙан йәш ғаилә башлығы һәләк була”, - тип ҡурҡыныс фажиғәле хәл тураһында инспектор Ринат Исмәғилев асыҡлыҡ индерә.

Нөгөш иғтибарһыҙлыҡты ғәфү итмәй
Был шәмбелә һыуһаҡлағысҡа ял итергә килгән ир үлемесле яраланған
Эҫе йәй көндәрендә күпселек халыҡ ял итергә яр буйына ашҡына. Тик бар ерҙә лә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәләме, ял ҡурҡыныс янамаҫлыҡ итеп ойошторолғанмы? Нөгөш һыуһаҡлағысына Юғары-Ағиҙел инспекторлыҡ участкаһы инспекторҙары менән рейдҡа сыҡтыҡ.
“Үткән ял көндәрендә Октябрьский ҡалаһынан ике ғаилә ял итергә килгән. Заманында Асылыкүл, Ҡандракүлде йөҙөп сыҡҡан спортсы Нөгөштә лә үҙенең көсөн һынап ҡарарға ниәтләй. Йыраҡтан күренеп торһон өсөн аяғына ҡыҙыл төҫтәге шар (буек) беркеткән. Аҙ һыйҙырышлы судно, катер водителдәре күргән уны, ә Нөгөштә улар йөҙләгән, күптәре урап үткән. Яр ситенә 200 метр ҡалараҡ йәш ир бер катерҙың винтына эләгә, аяғын йәрәхәтләй. Күп ҡан юғалтыуҙан йәш ғаилә башлығы һәләк була”, - тип ҡурҡыныс фажиғәле хәл тураһында инспектор Ринат Исмәғилев асыҡлыҡ индерә. Туризм өлкәһендә байтаҡ тәжрибә туплаған белгес артыҡ үҙ көсөнә ышанған, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәгән кешеләрҙең ялы үлем менән тамамамланған осраҡтары тураһында күп миҫалдар килтерә, уны тыңлап хайран ҡалаһың. Артыҡ аптырарға ла түгел, мәҫәлән, Бөрйән районында Ағиҙел йылғаһында йөҙгәндә тамаҡ төбөнә һалып алған танышымдың ире курсташын шаярып ҡына һыуға һөйрәп төшөрә. Бесәйгә - көлкө, сысҡанға - үлем тигәндәй, саҡ батып үлмәй дуҫы. Һыу илтифатһыҙлыҡты, иҫерек аҡылһыҙлыҡты ғәфү итмәй шул.
Ринат Ғүмәр улы әйтеүенсә, районда былтыр һәләкәт осраҡтары теркәлһә лә, Нөгөштә үлемесле хәлдәр булмаған.
Һыуһаҡлағыс беҙҙе һалҡынса тәбиғәте менән ҡаршы алды. Уға ҡарамаҫтан, яр буйында һыу инеүселәр күренә. Катерҙа яр буйында урынлашҡан ял итеү урындары яғына еләбеҙ. Иртәнсәктән башланған ел һыу өҫтөндә тулҡындарҙы ҡыуалай. “Бер ҡараһаң, иртәнсәктән көн ап-аяҙ, иләҫ тора. Күп тә үтмәй, 15 минуттан ғәрәсәт башланыу ихтмаллығы бар. Ә күптәр штормға эләгеү ҡурҡынысын күҙ алдына ла килтермәй. Тулҡындар шундай бейек, катер рубкаһы аша ҡойған осраҡтар йыш”, - ти өлкән инспектор Алексей Сорокин. Ана, бәләкәй кәмәлә бер ир тулҡындар өҫтөндә бәүелә. Дүрт-биш йыл ялһыҙ эшләгән ҡала кешеһенә адреналин кәрәк, ул ял итергә килгән. Ҡотҡарыу жилеты кейергә кәрәклеге, ярҙан ситкә йөҙөргә ярамағанлығы, көслө тулҡындарҙың кәмәне һыуһаҡлағыстың уртаһына уйнатып ҡына алып барыуы, уны түңкәреүе тураһында инспекторҙарҙың киҫәтеүен аңларға теләмәй кеүек ул.
Арыраҡ тағы берәү гидроциклда һыуҙа йөҙөү яйланмаларында йәштәрҙе йөрөтә. Был хәүефле аҙымға барған егет яңы сыҡҡан хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен белмәй булып сыҡты: халыҡ телендә йөрөгән “банан”, “ватрушка” тигән камераларҙа ял итеүселәрҙе тулҡындарҙа шәп тиҙлектә бәүелтергә теләйһең икән, һыуға осоп төшөп ҡалмаһындар, имгәнмәһендәр өсөн күҙәтеүсе икенсе кеше суднола булырға тейеш.
Йәй - йылға-күл буйҙарында рәхәтләнеп ял итеү, һыу инеү өсөн ҡулай мәл. Шулай ҙа һәр кем хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, эскән килеш һыу инмәҫкә, таныш булмаған урындарҙа суммаҫҡа, кәмә эсенән һыуға һикермәҫкә һәм башҡа төрлө ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә тейеш, инспекторҙар ял итеүселәрҙе тағы ла иҫкәртте, хәтерен яңыртты. Хәүеф-хәтәрһеҙ ял ойоштороуыбыҙ башлыса үҙебеҙҙән тора, шуны онотмаһаҡ ине.
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: