Конгэк
+24 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Һыу еңел-елпелекте яратмай

Йәйге эҫе көндә йылға-күл буйынан да һәйбәтерәк урын бармы икән? Сынығыу, һаулыҡты нығытыу өсөн дә һыу - иң яҡшыһы. Әммә ял шатлыҡ-ҡыуаныс ҡына килтерһен тиһәгеҙ, хәүефһеҙлек талаптарын үтәү мөһим. Бигерәк тә балаларға иғтибарлы булырға кәрәк. Быйыл ғына йыл башынан республикала 13 үҫмер һыуға батты. Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда уларҙың күбеһе ата-әсә ҡарауы аҙыраҡ булған ғаиләләрҙән. Өлкәндәр араһында ла бәләгә осраусылар күп.

-Фажиғәғә тарымаҫ өсөн эскән килеш һыуға төшмәгеҙ. Ағымы көслө йылғаны йөҙөп сығырға маташыу ҙа ахмаҡлыҡ, - ти һәүәҫкәр балыҡсы Закир Вәлитов. – Минең үҙемә былтыр Ағиҙел йылғаһында нәҡ ошондай ярышта ҡатнашыусыларҙың береһен ҡотҡарырға тура килгәйне. Ял итеүселәр өсөн махсус рөхсәт ителгән, таҙартылған урында ғына һыу инергә кәңәш итер инем. Хәҙер йылға элекке кеүек таҙа түгел, төбө күренеп ятмай. Унда хәҙер нимә генә юҡ. Таныш булмаған урында сумыу түгел, йөҙөргә лә ярамай, унда ағас ботаҡтары, металл ҡалдыҡтары күп. Һыу тоноҡ булғас, уларҙы күрмәҫкә лә мөмкин. Хәүефле урындарға шулай уҡ күпер аҫтын индерер инем.
Йыш ҡына балыҡ тотҡанда үҫмерҙәрҙең һыу ингәнен күҙәткәнем бар. Улар тәрән урынға тиклем йөҙөп киләләр ҙә, бер-береһен ҡурҡытыу өсөн ҡулын-аяғын тоталар. Һыуҙа был бик хәүефле. Йөҙә белмәгәндәргә ярҙан ситкә китмәҫкә, тын тултырылған йөҙөү сараларына артыҡ ышанмаҫҡа кәңәш итер инем. Ағымға, өйрөлтмәккә эләкһә, ул ғына ҡотҡара алмаҫҡа ла мөмкин.
Тағы ла шуға иғтибар биреү мөһим. Эҫе көндә һыуға төшөр алдынан бер аҙ сирҡаныс алығыҙ, йәғни ҡулығыҙҙы, битегеҙҙе йыуығыҙ, шунан һуң ғына йөҙөгөҙ. Әгәр ҙә хәлегеҙ бөтөүен йәки батып барыуығыҙҙы тойһағыҙ, ярҙам һорап ҡысҡырығыҙ. Юғиһә йыш ҡына батыусы тауыш бирергә ояла һәм ошо ялған баҫалҡылығы фажиғә менән тамамлана. Ярҙам килгәнсе салҡан ятығыҙ, сәбәләнмәгеҙ, хәл алып, тын алышығыҙҙы көйләгеҙ һәм йөҙтүбән әйләнеп, ярға табан ишегеҙ. Ябай ғына талаптарҙы үтәгәндә ялығыҙ күңелле үтер.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: