Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Һыу шифа бирһен, ғүмерҙәрҙе өҙмәһен

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, республикала быйыл 31 кеше батҡан, 98-ен ҡотҡарып алып ҡалғандар. Һәләк булғандар араһында 10 бала булыуы ҡыҙғаныс.

Һыу тик файҙа ғына килтерһен, ғүмерҙәрҙе йотмаһын, бының өсөн һыу ятҡылыҡтарында ябай хәүефһеҙлек сараларын күреү мотлаҡ. Быйыл йәй башынан аномаль эҫелектән йонсоған халыҡ һыу буйын ҡаплап алды, эҫе көндәрҙә яр буйында алма төшөр урын булмай. Махсус билдәләнгән урындарҙа ғына түгел, таныш булмаған йылға-күлдәрҙә лә һыу инеүселәр күп. Ҡайһы берәүҙәр ял ваҡытында иҫерткес эсемлектәрҙән дә баш тартмай. Шул сәбәпле һыуҙа батып үлгәндәр һаны арта. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, республикала быйыл 31 кеше батҡан, 98-ен ҡотҡарып алып ҡалғандар. Һәләк булғандар араһында 10 бала булыуы ҡыҙғаныс.
Һыуҙа ғүмерҙәр ҡыйылыуын, кешеләрҙең йәрәхәтләнеүен кәметеү өсөн 9-нан 11 июлгә тиклем ете ҙур һыу ятҡылығында ведомство-ара иҫкәртеү төркөмдәре тарафынан патруль ойошторолған. Рейд мәлендә 30 административ протокол төҙөлгән. Тәртип боҙоуҙар күпселек тыйылған урындарҙа һыу инеүгә, билдәләнгән урындан үтеп йөҙөп китеүгә, һыу транспортында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәүгә ҡағылған.
Автор:Aйзиряк Ишбулатова
Читайте нас: