Конгэк
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Водитель дә, пассажир ҙа һәләк булған

Башҡортостан Республикаһы буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 15 июлдә Стәрлетамаҡ районында теркәлгән юл фажиғәһендә ике кешенең ғүмере өҙөлгән.

Водитель дә, пассажир ҙа һәләк булған

15 июлдә Стәрлетамаҡ районында теркәлгән юл фажиғәһендә ике кешенең ғүмере өҙөлгән. Башҡортостан Республикаһы буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, авария иртәнге сәғәт туғыҙ тирәһендә Өфө – Ырымбур юлының 146-сы саҡрымында булған. KIA Rio «Лада Калина» менән бәрелешкән. Юл-транспорт ваҡиғаһында «Лада» водителе һәм уның пассажиры урында йән биргән. Әле ваҡиға урынында полиция һәм башҡа экстрен хеҙмәттәр эшләй.   Фото: Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ

Автор:Aйзиряк Ишбулатова