Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Һеҙгә осрап ҡуймаһын

"Башҡортостан яңылыҡтар" селтәрендә  ситтәргә түгел, үҙенең яҡынарына, балаларына ҡарата аяуһыҙ, ҡанһыҙ енәйәтсе тураһында ҡыҙының иҫкәртеүе баҫылған. Бөтә илде байҡап ҡасып йөрөгән Башҡортостан гражданы яңыраҡ Екатеринбургта бер ҡыҙҙы көсләй яҙған.  📣 "Ул бер ҡасан да фатирҙа ултырмай, шәхси секторҙа, гаражда, баҡсала йәшенә торған ғәҙәте бар. Тағы ла берәйһенә зыян килтереп ҡуймаһын тип ҡурҡам. Был кешенән теләһә нимә көтөргә мөмкин", — ти ҡыҙы. ❗ Әгәр кемдәр Фәнғәттең ҡайҙа икәнлеген белә, (343) 358–71–61, +7 917 782 23 10 йәки 102 телефондары буйынса шылтыратыуҙарын һорайбыҙ.   Фәнғәт Вакказовтың билдәләре: буйы - 185 сантиметр, 45–50 йәштәрҙә, мыҡты кәүҙәле, сал сәсле, йоҡа иренле, күҙҙәре ҡара. Фото " Башҡортостаным яңылыҡтары" селтәренән.

Һеҙгә осрап ҡуймаһын
Һеҙгә осрап ҡуймаһын

Енәйәтсенең ҡыҙы Регина әйтеүенсә, ҡыҙ әсәһе менән йылдар буйына Фәнғәттең ғазаплауҙарына түҙеп йәшәгән, икенсе өлкәгә лә ҡасып киткәндәр, ләкин ул барыбер эҙләп табып, үс алған. Улар хәҙер ҙә уның үсләшеүенән ҡурҡа. 📣 "Ғүмерем буйына шөрләнем. Һарайҙа йәшенеп илай торғайным. Төрмәнән сыҡҡас та минең күҙ алдымда әсәйемде һәм туғандарымды үлтерә яҙғансы туҡмай ине. Ҡариҙел районы ауылында бөтәһе лә унан ҡурҡып йәшәне. Иҫерек килеш бысаҡ тотоп йүгереп йөрөгән мәлдәре лә йыш булды. Кемделер туҡмап ташлау уның өсөн бер ни түгел ине. Мине үҙенең ҡыҙы түгел тип тә уйланы. Өләсәйем һөйләүенсә, ул мине көрткә лә күмеп ҡуйған, хатта бер шешә араҡы өсөн балаһыҙ ғаиләгә биргән», - ти ул. Уның һүҙҙәренсә, бөтәһе лә уның хаҡында белгән, уны эҙләгән саҡта бер кем бер ни эшләй алмаған, ҡурҡҡандар. Бер тапҡыр милиционерҙы туҡмаған, ләкин иректә ҡалған. Ир башлыса хулиганлыҡ, туҡмаған, урлашҡан өсөн ултырған, сөнки ул бер ҡайҙа ла эшләмәгән. Фото: Башҡортостаным яңылыҡтары"

Автор:Aйзиряк Ишбулатова
Читайте нас: