ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
22 Декабрь 2021, 16:58

Һандар нимә тураһында һөйләй?

Ун бер ай эсендә район һәм ҡала биләмәһендә 76 юл-хәрәкәте ваҡиғаһы теркәлгән, шуның 9-ҙы эскән килеш рулгә ултырған водителдәргә бәйле, 15 кеше һәләк булған, 89-ҙы төрлө тән йәрәхәте алған.

Һандар нимә тураһында һөйләй?
Һандар нимә тураһында һөйләй?

Һуңғы йылдарҙа автомобилдәр һаны ныҡ артты. Юл хәрәкәте ваҡиғаларының да йышайыуы күҙәтелә. Сәбәп - төрлө. Йәйәүлеләр ҙә, водителдәр ҙә уяулыҡ, ҡағиҙәләрҙе үтәү, яуаплылыҡ төшөнсәләрен онота буғай. Һауа торошоноң да йоғонтоһо көслө, әлбиттә. Көслө буран, ямғыр, ел, тайғаҡ юл ауырлыҡтар тыуҙыра.

Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ-ның Мәләүез бүлеге хәбәр итеүенсә, ун бер ай эсендә район һәм ҡала биләмәһендә 76 юл-хәрәкәте ваҡиғаһы теркәлгән, шуның 9-ҙы эскән килеш рулгә ултырған водителдәргә бәйле, 15 кеше һәләк булған, 89-ҙы төрлө тән йәрәхәте алған. Күңелһеҙ һандар араһында зыян күргән балалар ҙа бар.

Кешеләр йәрәхәтләнгән йәки үлем осрағы менән теркәлгән юл хәрәкәте ваҡиғаһына мотлаҡ Рәсәй Эске эштәр министрлығының Мәләүез районы буйынса бүлеге оператив-тикшеренеү төркөмө сыға.

Рулдә, йәйәү булыуға ҡарамаҫтан, ҡайҙа ғына юл тотһағыҙ ҙа, ни тиклем ҡабаланһағыҙ ҙа, тәү сиратта, үҙегеҙҙең, яҡындарығыҙҙың һәм, әлбиттә, юлдағы башҡа кешеләрҙең һаулығы, ғүмере һеҙгә бәйле икәнен онотмағыҙ. Туҡтауһыҙ хәрәкәттә бөтәбеҙ ҙә ғәйепләнеүсе лә, ҡорбан да була алабыҙ.

Һандар нимә тураһында һөйләй?
Һандар нимә тураһында һөйләй?
Автор:Алия Амирова
Читайте нас: