Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
23 Декабрь 2021, 16:30

Ялтырлыҡҡа ялтыр ҙа боҙ...

Декабрь айы ла уҙып бара. Ҡыш мәлендә лә ҡыҙыҡлы шөғөлдәр күп. Балалар һырғалаҡтар шыуа, ә өлкәндәр? Йәйен генә түгел, ҡышын да балыҡсылыҡты ташламаған яҡташтарыбыҙ бар, ҡышҡы байрам осоронда дүрт стенаға ҡарап ултыртыуы ҡыйын.

Ялтырлыҡҡа ялтыр ҙа боҙ...
Ялтырлыҡҡа ялтыр ҙа боҙ...

Декабрь айы ла уҙып  бара. Ҡыш мәлендә лә ҡыҙыҡлы шөғөлдәр күп. Балалар һырғалаҡтар шыуа, ә өлкәндәр? Йәйен генә түгел, ҡышын да балыҡсылыҡты ташламаған яҡташтарыбыҙ бар, ҡышҡы байрам осоронда дүрт стенаға ҡарап ултыртыуы ҡыйын.Ҡотҡарыусылар боҙ өҫтөндә абай булырға саҡыра. Мәләүез йылғаһының ҡышын да боҙҙан әрселгәнен күрәһегеҙҙер, әҙ генә һалҡынайтһа, боҙ менән ҡаплана һала. Башҡа йылға-күлдәрҙә лә шул уҡ хәл.  Ошо көндәрҙә ҡотҡарыусылар боҙ өҫтөндәгеләрҙе иҫкәртеү маҡсатында рейд үткәрҙе. “Әле боҙҙоң мәкерле осоро. Шагайка күлендә лә балыҡсылар етерлек. Күл өҫтөн ҡар юрғаны ҡаплаһа,   уның аҫтына шәре сыҡҡан: бәкәлгә тиклем аяҡ һыулана.13 декабрҙән 9 ғинуарға тиклем иҫкәртеү буйынса айлыҡ иғлан ителде. Шуға  ла беҙ балыҡсыларға ҡотҡарыу саралары тураһында онотмаҫҡа, махсус жилет кейергә тәҡдим итәбеҙ. Иң хәүефһеҙе - боҙ өҫтөндә конькиҙа шыумаҫҡа, балыҡ ҡармаҡлау, туңған быуа йәки күл өҫтөнән үтеү уйҙарын бер аҙға кисектереп торорға кәрәк”, - ти Үрге Ағиҙел инспектор участка етәксеһе, бәләкәй суднолар буйынса өлкән дәүләт инспекторы.  

Ялтырлыҡҡа ялтыр ҙа боҙ...
Ялтырлыҡҡа ялтыр ҙа боҙ...
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: