Конгэк
+14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
24 Декабрь 2021, 10:00

Ҡыйыу һәм батырҙар эшләй унда

27 декабрь илебеҙҙә Ҡотҡарыусылар көнө булараҡ билдәләнә. Ҡотҡарыусы һөнәре - иң ҡурҡыныс һәм яуаплы хеҙмәттәрҙең береһе. Үтә ҡатмарлы мәлдәрҙә, хатта сит илдәрҙә килеп сыҡҡан авария, ғәҙәттән тыш хәл, янғында иң беренсе булып ярҙамға ашығыусылар - улар. Тәбиғи бәлә -ҡазамы, техноген һәләкәт, дауыл, юлда хәрәкәте ваҡиғаһымы - ҡотҡарыусылар бәләгә осрағандарға ярҙам ҡулы һуҙа, кешеләрҙең ғүмерен һаҡлап ҡала. Байрам, ял көндәрендә лә улар һаҡта, календарҙағы бөтә даталар ҙа был һөнәр эйәләре өсөн - ғәҙәти бер эш көнө. Беҙгә Янғынға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса 11-се отряды начальнигы Дмитрий Крупчинов менән осрашып әңгәмәләшергә насип булды.

Ҡыйыу һәм батырҙар эшләй унда
Ҡыйыу һәм батырҙар эшләй унда

27 декабрь илебеҙҙә Ҡотҡарыусылар көнө булараҡ билдәләнә.

Ҡотҡарыусы һөнәре - иң ҡурҡыныс һәм яуаплы хеҙмәттәрҙең береһе. Үтә ҡатмарлы мәлдәрҙә, хатта сит илдәрҙә килеп сыҡҡан авария, ғәҙәттән тыш хәл, янғында иң беренсе булып ярҙамға ашығыусылар  - улар. Тәбиғи бәлә -ҡазамы, техноген һәләкәт, дауыл, юлда хәрәкәте ваҡиғаһымы - ҡотҡарыусылар бәләгә осрағандарға ярҙам ҡулы һуҙа, кешеләрҙең ғүмерен һаҡлап ҡала.

Байрам, ял көндәрендә лә улар һаҡта, календарҙағы бөтә даталар ҙа был һөнәр эйәләре өсөн - ғәҙәти бер эш көнө. Беҙгә  Янғынға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса 11-се отряды начальнигы Дмитрий Крупчинов менән осрашып әңгәмәләшергә насип булды.

  • Дмитрий Петрович, ҡотҡарыусы һөнәрегеҙ тураһында ҡыҫҡаса һөйләп үтһәгеҙсе.
  • Тыныс көндәрҙә лә хеҙмәттәштәрем үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, кешеләрҙең ғүмере һәм сәләмәтлеге өсөн көрәштә алғы һыҙыҡта тора . Яңыраҡ, ноябрь аҙағында, Кемерово өлкәһендә шахта шартлағанда һәләкәткә осрағандарҙы ҡотҡарғанда алты ҡотҡарыусы һәләк булыуы ла шуны иҫбатлай.

11-се  янғын һүндереү отрядына Мәләүез, Көйөргәҙе, Федоровка, Күгәрсен райондары һәм Күмертау, Мәләүез ҡалаһы инә. Күгәрсен районында Йомағужа ҡасабаһында һәм Мәләүез ҡалаһында айырым пост бар.  Беҙгә янғында, юл транспорты ваҡиғаларында кеше ғүмерен ҡотҡарыу бурысы ҡуйылған.  

- Бер нисә миҫал килтерегә мөмкинме?

- 21 декабрҙә Көйөргәҙе районында Мораптал ауылы янындағы аварияны әйтергә мөмкин. Водитель машина менән идара итеүҙе юғалта 

һәм ҡаршыға елгән машина менән бәрелешә. Һөҙөмтәлә бер машинала ҡыҫылған өс пассажирҙы, шул иҫәптә бер баланы хеҙмәттәштәребеҙ гидравлик ҡорамал менән ҡотҡарҙы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аварияла бер ҡатын һәләк булды.

16 декабрҙә ҡаланың 31-се биҫтәһендә күп ҡатлы йорттоң беренсе ҡатында ут тоҡанып, сығыу юлдарын төтөн, ялҡын телдәре менән ҡаплана. Янғын ҡотҡарыусыларыбыҙ унда 172 кешене эвакуацияланы, төнгө һалҡын ҡышта йылы кейемһеҙ урамға йүгереп сыҡҡан 16 баланы туңыуҙан ҡурсыны.

- Хеҙмәттәштәрегеҙ араһынан кемде билдәләй алаһығыҙ?

- Экстремаль осраҡтарҙа башҡаларҙы ҡотҡарыу өсөн үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып хеҙмәт итергә осраҡлы кешеләр килмәй.  Ҡасандыр отряд начальнигы булып атайым Петр Владимирович хеҙмәт итте. Дежур смена начальнигы Рәмил Ҡунаҡбаевтың ата-олаталары ла ғүмерен ошо һөнәргә бағышлаған. Евгений Филимоновтың - бер, ҡарауыл начальнигы Илһам Нуретдиновтың - ике, Айрат Тимербулатовтың - өс тиҫтәнән ашыу хеҙмәт стажы бар. 

Был һөнәр - яҡшы белем, тәжрибә, ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ талап иткән, ер йөҙөндә иң хәүефле һәм изге һөнәрҙәрҙең береһе. Хеҙмәттәштәремде бар йөрәктән Ҡотҡарыусылар көнө менән ҡотлайым. Һәммәһенә лә именлек, ғаилә бәхете теләйем!

Ҡыйыу һәм батырҙар эшләй унда
Ҡыйыу һәм батырҙар эшләй унда
Автор:Аклима Имамова