Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
10 Ғинуар 2022, 11:45

Тағы ла тиҙлек тураһында

Байрам көндәре “һә” тигәнсе үтте лә китте. Кем нисектер, көн аша буран булғанға, әллә ҡайҙа йыраҡ юлға сығырға ла тура килмәне. Бәлки, шулай яҡшы ла булғандыр. Ана, яңы йылдың тәүге көндәрендә юлдарҙа тиҫтәләгән машиналарҙа кешеләрҙең аварияға эләккәне тураһында мәғлүмәт бар социаль селтәрҙәрҙе урап үтте. “Күрше ҡалаға барһам да, маршрут таксиға ҡарағанда, автобусты өҫтөнөрәк күрәм”, - тип һөйләп торҙо дауахананың травмотология бүлегендә эшләгән танышым. Уның әйтеүенсә, аварияла таксист водителдәр аҙ йәрәхәт менән генә ҡотолһа, пассажирҙар, иң яҡшы осраҡта травматология, йәки реанимация бүлегенә эләгә.

 

Байрам көндәре “һә” тигәнсе үтте лә китте. Кем нисектер, көн аша буран булғанға, әллә ҡайҙа йыраҡ юлға сығырға ла тура килмәне. Бәлки, шулай яҡшы ла булғандыр. Ана, яңы йылдың тәүге көндәрендә юлдарҙа тиҫтәләгән машиналарҙа кешеләрҙең аварияға эләккәне тураһында мәғлүмәт бар социаль селтәрҙәрҙе урап үтте. “Күрше ҡалаға барһам да, маршрут таксиға ҡарағанда, автобусты өҫтөнөрәк күрәм”, - тип һөйләп торҙо дауахананың травмотология бүлегендә эшләгән танышым. Уның әйтеүенсә, аварияла таксист водителдәр аҙ йәрәхәт менән генә ҡотолһа, пассажирҙар, иң яҡшы осраҡта травматология, йәки реанимация бүлегенә эләгә. Яңыраҡ Көйөргәҙе районында юл-транспорт аварияһында бәләкәй баланың ҡазаланыуы тураһында һөйләп торҙо. Ейәне менән юлға сыҡҡан ирле-ҡатындың машинаһы менән ҡаршыға елгән техника бәрелешә. Һөҙөмтәлә, ҡатын һәләк була. Иҫен юғалтҡан баланы ҡулдарына алған олатай: “Ҡотҡарығыҙ ейәнемде!”- тип травмотологияның ҡабул итеү бүлегенә килеп инә. Аҡ халатлы ханымдың әйтеүенсә, әлбиттә, һәләкәткә осраған балалар бик йәл. Сөнки улар өсөн һәр саҡ өлкәндәр яуаплы.

“Авариялар ҡыш көнө күберәк була, тип әйтә алмайым. Йәйге эҫе көндәрҙә лә ҡыҙған асфальт, эҫе һауа кешегә кире тәҫьир итә. Бер нисә йыл элек Ира боролошондағы светофорҙа йәш таксист егет иғтибарһыҙлыҡты юғалтып, бар тиҙлектә һулаҡайға боролған “КаМАЗ” машинаһы аҫтына инеп китә. Бер пассажир башына травма алып, реанимация бүлегенә эләгә. Йәш ҡыҙҙың йәрәхәте ныҡ була - тиҙ ярҙам хеҙмәткәрҙәре уны дауаханаға илтеп еткергәнсе, йән бирә. “Әйтегеҙ, зинһар, ҡалғандар тереме?! “ - тип ярһып илаған, истерикаға бирелгән водителдеме, әллә сәскә атҡан мәлендә генә һәләк булған ҡыҙҙымы, уның туғандарын йәлләргәме был осраҡта?” - тип үҙемдән һорап ҡуйҙы әңгәмәләшем. Хоҙай аралаһын төрлө һәләкәттәрҙән, шуға ла руль артындағыларға юл хәүефһеҙлеге тиҙлеген һаҡларға кәрәкләген онотмайыҡ, яңы йыл тик яҡшы хәбәр генә килтерһен һәммәбеҙгә.

 

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: