Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
14 Ғинуар 2022, 11:25

Тағы ла тиҙлек тураһында

Байрам көндәре “һә” тигәнсе үтте лә китте. Кем нисектер, көн аша буран ҡоторғанға күрә, әллә ҡайҙа йыраҡ юлға сығырға ла тура килмәне. Бәлки, шулай яҡшы ла булғандыр. Ана, яңы йылдың тәүге көндәрендә юлдарҙа тиҫтәләгән машиналарҙа кешеләрҙең аварияға эләккәне тураһында мәғлүмәт бар социаль селтәрҙәрҙе урап үтте. “Күрше ҡалаға барһам да, таксиға ҡарағанда, автобусты өҫтөнөрәк күрәм”, - тип һөйләп торҙо дауахананың травматология бүлегендә эшләгән танышым. Уның әйтеүенсә, аварияла таксистар аҙ йәрәхәт менән генә ҡотолһа, пассажирҙар иң яҡшы осраҡта, травматология йәки реанимация бүлегенә эләгә. Яңыраҡ Көйөргәҙе районында юл транспорты аварияһында бәләкәй баланың ҡазаланыуы тураһында һөйләп торҙо. Ейәне менән юлға сыҡҡан ирле-ҡатындың машинаһы менән ҡаршыға елгән техника бәрелешә. Һөҙөмтәлә ҡатын һәләк була. Иҫен юғалтҡан баланы ҡулына алған олатай: “Ҡотҡарығыҙ ейәнемде!”- тип травматологияның ҡабул итеү бүлегенә килеп инә. Аҡ халатлы ханымдың әйтеүенсә, әлбиттә, һәләкәткә осраған балалар бигерәк йәл, сөнки улар өсөн һәр саҡ өлкәндәр яуаплы. “Авариялар ҡыш көнө күберәк була, тип әйтә алмайым. Йәйге көндәрҙә лә ҡыҙған асфальт, эҫе һауа кешегә кире тәҫьир итә. Бер нисә йыл элек Ира боролошондағы светофорҙа йәш таксист иғтибарһыҙлыҡты юғалтып, бар тиҙлектә һулаҡайға боролған “КаМАЗ” машинаһы аҫтына инеп китә. Бер пассажир башы йәрәхәтләнеп, реанимация бүлегенә эләгә. Йәш ҡыҙ ауыр хәлдә була. Ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәре уны дауаханаға илтеп еткергәнсе, йән бирә. “Әйтегеҙ, зинһар, ҡалғандар тереме?! “ - тип ярһып илаған, истерикаға бирелгән водителдеме, әллә сәскә атҡан мәлендә генә һәләк булған ҡыҙҙымы, уның туғандарын йәлләргәме был осраҡта?” - тип үҙемдән һорап ҡуйҙы әңгәмәсем. Хоҙай аралаһын төрлө һәләкәттәрҙән, руль артындағылар тиҙлекте һаҡлаһын, яңы йыл тик яҡшы хәбәр генә килтерһен һәммәбеҙгә.

Тағы ла тиҙлек тураһында
Тағы ла тиҙлек тураһында

 

Байрам көндәре “һә” тигәнсе үтте лә китте. Кем нисектер, көн аша буран ҡоторғанға күрә, әллә ҡайҙа йыраҡ юлға сығырға ла тура килмәне. Бәлки, шулай яҡшы ла булғандыр. Ана, яңы йылдың тәүге көндәрендә юлдарҙа тиҫтәләгән машиналарҙа кешеләрҙең аварияға эләккәне тураһында мәғлүмәт бар социаль селтәрҙәрҙе урап үтте. “Күрше ҡалаға барһам да, таксиға ҡарағанда, автобусты өҫтөнөрәк күрәм”, - тип һөйләп торҙо дауахананың травматология бүлегендә эшләгән танышым. Уның әйтеүенсә, аварияла таксистар аҙ йәрәхәт менән генә ҡотолһа, пассажирҙар иң яҡшы осраҡта, травматология йәки реанимация бүлегенә эләгә.

Яңыраҡ Көйөргәҙе районында юл транспорты аварияһында бәләкәй баланың ҡазаланыуы тураһында һөйләп торҙо. Ейәне менән юлға сыҡҡан ирле-ҡатындың машинаһы менән ҡаршыға елгән техника бәрелешә. Һөҙөмтәлә ҡатын һәләк була. Иҫен юғалтҡан баланы ҡулына алған олатай: “Ҡотҡарығыҙ ейәнемде!”- тип травматологияның ҡабул итеү бүлегенә килеп инә. Аҡ халатлы ханымдың әйтеүенсә, әлбиттә, һәләкәткә осраған балалар бигерәк йәл, сөнки улар өсөн һәр саҡ өлкәндәр яуаплы.

“Авариялар ҡыш көнө күберәк була, тип әйтә алмайым. Йәйге көндәрҙә лә ҡыҙған асфальт, эҫе һауа кешегә кире тәҫьир итә. Бер нисә йыл элек Ира боролошондағы светофорҙа йәш таксист иғтибарһыҙлыҡты юғалтып, бар тиҙлектә һулаҡайға боролған “КаМАЗ” машинаһы аҫтына инеп китә. Бер пассажир башы йәрәхәтләнеп, реанимация бүлегенә эләгә. Йәш ҡыҙ ауыр хәлдә була. Ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәре уны дауаханаға илтеп еткергәнсе, йән бирә. “Әйтегеҙ, зинһар, ҡалғандар тереме?! “ - тип ярһып илаған, истерикаға бирелгән водителдеме, әллә сәскә атҡан мәлендә генә һәләк булған ҡыҙҙымы, уның туғандарын йәлләргәме был осраҡта?” - тип үҙемдән һорап ҡуйҙы әңгәмәсем. Хоҙай аралаһын төрлө һәләкәттәрҙән, руль артындағылар тиҙлекте һаҡлаһын, яңы йыл тик яҡшы хәбәр генә килтерһен һәммәбеҙгә.

 

Тағы ла тиҙлек тураһында
Тағы ла тиҙлек тураһында
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: