Конгэк
-2 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
19 Ғинуар 2022, 11:45

Күмертау менән Мәләүез юлы трассаһында ике кеше һәләк булған

Быйылғы йыл ҡар-бурандарға бигерәк бай. Бындай көндәрҙә мөмкин булған ҡәҙәре алыҫ юлға сыҡмауҙы өндәгән хәбәрҙе хатта үтекте розеткаға тыҡһаң да, ишетергә булалыр. Ә барыбер хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотабыҙ. Һепертмә буран ҡар һырынтыларын юлға һала. Тиҙлек хәүефһеҙлеген онотһаң, көрткә кереп сумғаныңды һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Ярай ҙа улай ғына ҡотолһаң... 18 ғинуарҙа Күмертау менән Мәләүез араһында Лада Приора менән Skoda Octavia машинаһы бәрелешеүе һөҙөмтәһендә ике кеше һәләк була: тәүге автомобилдәге водитель менән пассажир ашығыс ярҙам машинаһы килеп еткәнсе йән бирә. Икенсе машиналағы водитель менән пассажир тән яралары менән дауаханаға эләгә. Юл важиғәһе урынында полиция хеҙмәткәрҙәре менән тикшереү-оператив төркөмө эшләй.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: