Конгэк
+19 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
24 Ғинуар 2022, 14:45

Мәкегә батып үлгән ҡатын һәйбәт йөҙөүсе булған

Ленинград өлкәһендә мәкегә һикереп батҡан ҡатын-ҡыҙ тураһында видео социаль селтәрҙәрҙә шаҡтай таралды. Уның балаларының өҙгөләнеүен ишетеп һәр кем тетрәнде... Мәрхүмәнең хеҙмәттәше фажиғәгә ҡарата үҙ фекерен белдергән. Уның әйтеүенсә, боҙло һыу төбөнә киткән танышы яҡшы йөҙә белгән, балаларын да һыуҙан ҡурҡмаҫҡа өйрәткән булған. Һыу төбөнә киткән ҡатын юрист булып эшләгән, сәләмәт тормош алып барған. Бисараның ире һәм ун, ун дүрт йәшлек ике балаһы ҡалған. Фажиғә һанаулы ваҡыт эсендә, ире һәм балалары алдында була. Ханым, суҡынып ала ла һыу кермәһен өсөн танауын бармағы менән ҡыҫып, мәке уртаһына һикерә. Ләкин кире ҡалҡып сыҡмай. Балалары үкереп илай башлай, ире шок хәлендә ҡатып ҡала ла артынса һыуға һикерә, ләкин ҡатынын таба алмай.

 

Ленинград өлкәһендә мәкегә һикереп батҡан ҡатын-ҡыҙ тураһында  видео социаль селтәрҙәрҙә шаҡтай таралды. Уның балаларының өҙгөләнеүен ишетеп һәр кем тетрәнде... Мәрхүмәнең хеҙмәттәше фажиғәгә ҡарата үҙ фекерен белдергән. Уның әйтеүенсә, боҙло һыу төбөнә киткән танышы яҡшы йөҙә белгән, балаларын да һыуҙан ҡурҡмаҫҡа өйрәткән булған.

Һыу төбөнә киткән ҡатын юрист булып эшләгән, сәләмәт тормош алып барған. Бисараның ире һәм ун, ун дүрт йәшлек ике балаһы ҡалған.

Фажиғә һанаулы ваҡыт эсендә, ире һәм балалары алдында була. Ханым, суҡынып ала ла һыу кермәһен өсөн танауын бармағы менән ҡыҫып, мәке уртаһына һикерә. Ләкин кире ҡалҡып сыҡмай. Балалары үкереп илай башлай, ире шок хәлендә ҡатып ҡала ла артынса һыуға һикерә, ләкин ҡатынын таба алмай.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: