Конгэк
+26 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Февраль 2022, 14:50

Бер төндә - өс кеше ғүмере

Кисә Благовещен районы Яңы Меңйетәр ауылында ике ир янғында һәләк булған. Күршеләренеңәйтеүе буйынса йорт хужаһы, тағы бер эшсе бер нисә көн элек ҡайтып инеп, кәйеф-сафа ҡора. Янғын һүндергән ваҡытта ике ир-аттың мәйете табыла. Миәкә районында ла 1956 йылғы ҡатындың ғүмере өҙөлә. Янғын афәте күп осраҡта кешенең иғтибарһыҙлығы арҡаһында сыға. Шуға ла янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен тағы бер тапҡыр иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: үтек, телевизор, телефондың заряд йыйыу һәм башҡа электр приборҙарын розеткала тығылған килеш ҡалдырмағыҙ; йортоғоҙҙа янғын сығыуҙы иҫкәрткән приборҙар ҡуйыу мотлаҡ кәрәк; мейестә утын янып бөтмәйенсә, тәмәке төпсөктәрен һүндермәйенсә йортоғоҙҙан сыҡмағыҙ; Балалар һәм өлкәндәр ҡарауһыҙ яңғыҙ ҡалдырмағыҙ.

 

Кисә Благовещен районы Яңы Меңйетәр ауылында ике ир янғында һәләк булған.

Күршеләренеңәйтеүе буйынса йорт хужаһы, тағы бер эшсе бер нисә көн элек  ҡайтып инеп, кәйеф-сафа ҡора. Янғын һүндергән ваҡытта ике ир-аттың мәйете табыла.

Миәкә районында ла 1956 йылғы ҡатындың ғүмере өҙөлә.

Янғын афәте күп осраҡта кешенең иғтибарһыҙлығы арҡаһында сыға.

Шуға ла янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен тағы бер тапҡыр иҫегеҙгә төшөрәбеҙ:

үтек, телевизор, телефондың заряд йыйыу һәм башҡа электр приборҙарын розеткала тығылған килеш ҡалдырмағыҙ;

йортоғоҙҙа янғын сығыуҙы иҫкәрткән приборҙар ҡуйыу мотлаҡ кәрәк;

 мейестә утын янып бөтмәйенсә, тәмәке төпсөктәрен һүндермәйенсә йортоғоҙҙан сыҡмағыҙ;

Балалар һәм өлкәндәр ҡарауһыҙ яңғыҙ ҡалдырмағыҙ.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: